Икенсе Этҡол ауыл мәҙәниәт йортонда, Баймаҡ районы Башҡорттары Ҡоролтайы ойошторған «Сәләмәт ауыл» акция сиктәрендә , «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» интеллектуаль уйыны ойошторолды. Унда Ҡолсора, Муллаҡай һәм Байым ауылдары командалары көс һынашты.
Башҡортостан һәм Баймаҡ районы тураһында һорауҙарҙы Ниғәмәт ауыл китапханасыһы Гөлбикә Кейекбаева әҙерләне һәм мауыҡтырғыс итеп алып барҙы.
Сара музыкаль сәләмдәр менән үрелеп барҙы. Раил Хәсәновтың һәм Фәниә Мәжитованың моңло йырҙары, Ҡолсоранан Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнованың ҡумыҙҙа көйҙәре, "Байымдар" ҙың испан бейеүе йәм өҫтәне. Уйын ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтте.
Һөҙөмтәлә иң күп тәңкә йыйып Ҡолсора ауылының "Һаҡмарым һылыуҙары" командаһы (Мөхәмәтйәнова Гөлсәсәк, Уйылданова Гөлгенә, Мөхитова Тәслимә, Гарифуллина Рәсимә, Мөхәмәтҡужина Гүзәл) еңеү яуланылар, икенсе урынды Байым ауылынан "Байымдар", өсөнсө урынды Муллаҡай ауылынан "Дуҫлыҡ" командалары алдылар.
Ойоштороусылар Икенсе Этҡол мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә Фәниә һәм Динар Мәжитовтарға, Ниғәмәт ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғатауллина Нурия Вәхретдин ҡыҙына һәм китапханасы Киекбаева Гөлбикә Сафа ҡыҙына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.