Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған диктор Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә арналған «Диктор тауышы» төбәк-ара конкурсында Баймаҡ ҡалаһынан Азамат Иҙелбаев 1-се урын яуланы.
Ижади ярыш башҡорт телен пропагандалау, үҫтереү, балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында уҙғарыла. Уның шарттарына ярашлы, һәр ҡатнашыусынан ике видеояҙма ҡабул ителде. Беренсеһе - «Яңылыҡтар» сығарылышы булһа, икенсеһе - «Урал батыр» эҙенән темаһына 2-3 минутлыҡ репортаж.
4-11-се класс уҡыусылары араһында ойошторолған бәйгегә быйыл 100-гә яҡын ғариза ҡабул ителгән. Шуларҙың 30-ы һайлап алыу турын уңышлы үтеп, финалға сыҡты. Бәйгеселәр араһында Баймаҡ, Белорет, Ҡыйғы, Хәйбулла, Көйөргәҙе, Салауат, Дыуан, Мәләүез, Учалы райондарынан, Сибай ҡалыһы, Силәбе өлкәһенән ҡыҙҙар һәм егеттәр әүҙем ҡатнашты. Жюри ағзалары финалға үтеүсе 30 конкурсанттың 12-һен еңеүсе тип билдәләне.
6 февралдә конкурстың йомғаҡлау сараһы булды. Ул дикторҙың тыуған яғы - Учалы ҡалаһының 9-сы полилинваль мәктәбендә үтте. Унда Әхәт Мортазиндың яҡындары, бәйгеселәр, уларҙың етәкселәре ҡатнашты. Кисәлә еңеүселәр исемлеге билдәле булды. Улар араһында Баймаҡ егетенең дә булыуы ҡыуаныслы ине. Азамат Иҙелбаев - ҡаланың 5-се дөйөм белем биреү мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы. Сәхнәне яҡын күргән үҫмер бер нисә тапҡыр район мәҙәниәт йортонда үткән мәҙәни сараларҙа алып барыусы булараҡ та сығыш яһай. Шуға күрә «Диктор тауышы» конкурсында үҙен һынап ҡарарға уйлай. Бәйгегә уны әсәһе Рәшиҙә Иҙелбаева әҙерләй.
«Улымды конкурсҡа әҙерләнгәндә «Урал батыр» эпосы буйынса мәғлүмәттәр менән ярҙам итеүсе «Айыуҡай» балалар баҡсаһы мөдире Рәзинә Байегетоваға, репортаж эшләүҙәге булышлыҡтары өсөн Баймаҡ телевидениеһы операторы Рим Йәнтүрин менән хәбәрсе Рүзилә Ғүмәроваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Уларға артабанғы эштәрендә уңыштар теләйем», - тине Рәшиҙә Сәфәрғәле ҡыҙы.
Азаматтың да бәйгенән алған тәьҫораттары бик яҡшы.
«Конкурста үҙемде һынап ҡарауыма, 1-се урын алыуыма бик шатмын. Еңеү яулау миңә үтә ауыр булманы. Сөнки алты йыл рәттән мәктәп янында эшләп килгән сәсәндәр төркөмөндә шөғөлләнәм, мәктәптә үткән сараларҙа алып барыусы булам. Был рухлы бәйге миңә бик оҡшаны, республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән ҡыҙҙар һәм егеттәр менән таныштым. Әхәт ағай Мортазин тураһында тағы ла күберәк белдем. Үҫкәс, уның кеүек бәрхәт тауышлы диктор булыу хыялы менән янам», - тине Азамат Иҙелбаев.
Эйе, яҡташтарҙың Баймаҡ данын яҡлап, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашыуҙары, еңеүҙәре беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Афарин, Азамат! Һиңә артабан да уңыштар, хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.