Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Февраль , 15:46

"Йыр Алыш" уйыны үтте

Район мәҙәниәт йортонда башҡорт телен, мәҙәниәтен үҫтереүгә, башҡорт йырын пропгандалауға ҡайтып ҡалған "Йыр Алыш" уйыны үтте. Унда барлығы дүрт команда ҡатнашты...

Район мәҙәниәт йортонда "Йыр Алыш" уйыны үтте. Унда "Беренселәр хәрәкәте", Йәштәр эштәре буйынса комитеттың "Йәшлек" командаһы, "Һаҡмар" гәзите, Баймаҡ ТВ-һы, 4-се мәктәп, "Электр селтәре" ойошмаһының "Дәртлеләр" йыйылма командаһы һәм мәҙәниәт йортоноң "Шаяндар" командалары ҡатнашты. Уйын бик күңелле һәм мауыҡтырғыс барҙы. Бәйгеселәр башҡортса йыр-моңға булған белемдәрен рок, халыҡ, ретро, шансон, этно стилдә тикшерҙе. Һәр дөрөҫ яуап өсөн мәрәйҙәр ҡуйылды. Ҡыҙыу һәм дәртле уйын һөҙөмтәләренә килгәндә, "Дәртлеләр" командаһы еңеүсе тип танылды! Конкурсанттарға Маҡтау грамотаһы һәм бүләктәр тапшырылды. Командалар матур ял сәғәттәре бүләк итеп, ярыш ойоштороусы район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, эштәрендә уңыштар теләне.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас