Ҡаҙ ҡанаты һыҙырыу йолаһы.
Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый ҡаурый...
(Башҡорт халҡы йырынан).
Ҡанат һыҙырыу өмәһе башҡорт халҡының иң боронғо, иң матур, иң күркәм йолаларының береһе булып тора. Йола буйынса ауыл халҡы ҡышҡылыҡҡа йәй буйы көткән ҡаҙҙарын һуйып, итен әҙерләй. Йолҡкан йөнөнән, мамығынан яҫтыҡ, юрған, түшәк эшләгәндәр. Ҡыҙҙарға бирнәлек әҙерләгәндәр. Беҙ Асия Мәжит ҡыҙының Әлиә исемле бүләсәренә ҡаҙ ҡаурыйын һыҙырып, мамығынан мендәр эшләнек.
Белгестәр башҡорт ҡаҙының ҡаурый - мамыҡ сеймалын юғары баһалаған.
Ҡатын - ҡыҙҙар ҡаҙ ҡанатын һыҙырғандар. Өмәлә йөрөгән балалар йылғаға төшкән һуҡмаҡтан йылғаға тиклем ҡаҙ ҡаурыйҙары ташлаған. Оло ҡатындар киләсәккә мул үрсем,киләһе йылда ҡаҙҙарҙың ошо юлдан йөрөүен теләгән.
Ҡаҙ ҡауырһыны менән бешерелгән ризыҡҡа май һөрткәндәр.
Борон уҡтың осланған башағына ҡаҙ ҡауырһынын беркеткәндәр. Эмблемаларының төп элементы ҡаҙ ҡаурыйы булған. Ҡауырһындан перолар эшләп, ҡараға манып яҙғандар. Пероның осон минут һайын оҙон сәстәре араһына тығып таҙартҡандар.
Йыраҡҡа оҙаҡҡа китер булһа өй хужаһы ишеге күгәненә сыбыҡ йәки ҡаҙ ҡанаты тығып киткән.
Хәҙер ҡатын ҡыҙҙарыбыҙҙың күбеһе көткән ҡоштарын мөнфәғәтен күрәләр.
Әнүзә Мәжитова, "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе.