Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Ғинуар , 09:34

Афарин, ишейҙәр!

Район башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән "Сәләмәт ауыл" конкурсында ҡатнашыусы Ишей ауылында көн һайын төрлө саралар үткәнен ҡарап, һоҡланып ҡуям. Кисәге көн унда ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашлығында "Шәл байрамы" үткән. Халыҡты йыйып, төрлө кисәләр үткәреүсе мәҙәни ойоштороусы Миңзифа Ишдәүләтоваға "афарин", тиергә ҡала! Байрам тураһында сайтта:

2026 йыл Башҡортостанда Ҙур һәм Татыу ғаилә йылына арнап Ишей ауыл мәҙәниәт йортонда "Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем, шәлем түңәрәк түгел" исемле шәл байрамы булып үтте. Сарала ағинәйҙәр һәм етәкселәре Хәлиҙә Иҙелбай ҡыҙы, китапхана мөдире Рәсилә Аҙнағолова ҡатнашты.
Эйе, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары элек- электән шәл бәйләүгә оҫта булған. Кәзә дебетенән күпертеп кенә йылы, йомшаҡ шәлдәрҙе үҙҙәре бәйләп ябынғандар һәм кәсеп итергә лә өлгөргәндәр.
Шәл бәйләүсе ҡатын-ҡыҙҙар бар оҫталығын һалып, күҙ нурҙарын, күңел йылыһын ҡушып йомшаҡ, йылы, төрлө биҙәктәр төшөрөп бәйләнгән башҡорт шәленә мәҙхиә йырланды. Шулай уҡ шәлдәрҙең килеп сығыу тарихы менән таныштылар. Төрлө шәлдәрҙән ҡуйылған күргәҙмә ҡаранылар .Ағинәйҙәр рәйесе Хәлиҙә Иҙелбай ҡыҙы шәл бәйләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Оҫтабикәләр был баш кейеме тураһында үҙ-ара фекер алыштылар, үҙҙәрен  ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап таптылар.
Байрамдың икенсе өлөшөндә "Шәл бәйләнем" йырын йырлап ,"шәлем түңәрәк түгел"- тип бейергә лә өлгөрҙө уңған ағинәйҙәребеҙ.
Мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү, йолаларыбыҙҙы һаҡлау, халыҡты йәлеп итеү төп маҡсат итеп алынды.Сара һуңында инәйҙәр, үҙҙәре килтергән тәмлекәстәр һәм самауыр сәйе менән һыйландылар.Байрамыбыҙ шулай күңелле һәм матур үтте. Афарин ағинәйҙәр! Гел шулай берҙәм һәм бергә булайыҡтар!

Миңзифа Ишдәүләтова, Ишей ауылының мәҙәни ойоштороусыһы

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас