Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Декабрь 2025, 15:25

Иҫке йылды оҙатып, яңыһын ҡаршы алып...

Йылға йомғаҡ яһанылар.

Сыңғыҙ ауылының клуб һәм китапханаһы үткәргән сараларҙа һәр саҡ актив ҡатнашыусы "Ағинәйҙәр" йәмәғәт ойошмаһы инәйҙәре өсөн, "Иҫке йылды оҙатабыҙ, Яңы йылды ҡаршылайбыҙ" исемле байрам сараһы үтте. Уларға һәр сараның уртаһында ҡайнағандары, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торғандары өсөн рәхмәт әйтеп, киләсәктә лә дәртләнеп ойошмала эшләүҙәрен теләнек. Төрлө конкурстарҙа инәйҙәр актив ҡатнашты, бүләктәр отто. Шулай уҡ, бер-беребеҙгә байрам бүләге лә бирештек.
Ошо уҡ ойошманың ағзаһы, моңло тауышлы Ғәлиә Нурғәлина йыл йомғаҡтары буйынса "Иң күп китап уҡыусы" исеменә лайыҡ булды һәм уға бүләк тә тапшырылды. Ул йыл буйына китапхананан 76 китап һәм журнал алып уҡыған. Афарин, Ғәлиә инәй! Яңы йылда ла беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ!

Иҫке йылды оҙатып, яңыһын ҡаршы алып...
Иҫке йылды оҙатып, яңыһын ҡаршы алып...
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас