Кисә Буранбай ауылы мәҙәниәт йортонда Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан? интеллектуаль уйыны үтте. Унда Ҡуянтау ауылынан "Аҡсәскә", Түбәнән "Миләштәр", Сыңғыҙҙан "Талир тәңкә" командалары ҡатнашты. Уйынды Беренсе Этҡол мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Рәғиҙә Миңғәлиева алып барҙы. Беренселек өсөн бәйге бик сәмле барҙы. Бер команда ла бирешергә теләмәне, һәр һорауға яуап бирергә тырышты. Әммә Ҡуянтау командаһы иң күп мәрәй йыйып, беренсе урынға сыҡты. Икенсегә Түбә ауылы ҡатын-ҡыҙҙары лайыҡ булды. Сыңғыҙ һылыуҙары өсөнсө урын яуланы.
Сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Ошоға тиклем бер-нисә ауылда үткән Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан? интеллектуаль уйыны белемдәрҙе генә тикшереп ҡалмай, ә башҡа ауылдар менән осрашыу, аралашыу яғынан да әһәмиәтле.
Киләһе уйын Ҡуянтау ауылында үтәсәк.