Буранбай ауылы китапханаһы "Йәнтөйәкте данлай шәхестәр" исемле проект буйынса эшләй . Был китапхана дәресендә уҡыусыларҙы ауылыбыҙҙың тәүге ҡурайсыһы , күренекле шәхестәребеҙҙең береһе , бер тыуған ағайым Раев Зәйнулла Фәйзулла улы менән таныштыҡ.
Раев Зәйнулла Фәйзулла улы 1957 йылдың 4 ғинуарында Баймаҡ районы Буранбай ауылында донъяға килә. Башланғыс белемде Буранбайҙа ала, уҡыуын артабан Сыңғыҙ мәктәбендә дауам итә, 10 класты Беренсе Этҡол мәктәбендә тамамлай.1973 йылда Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Ул йылдарҙа сәнғәт училищеһында ҡурай бүлеге яңы асылған була. Ике йыл уҡығандан һуң, 1975 йылда Армия хеҙмәтенә алына. 3 йыл Төнъяҡ флотта хеҙмәт итә һәм хәрби хеҙмәттән һуң, училищены тамамлап Баймаҡ районына ҡайта. 1980-1981 уҡыу йылында Темәс мәктәбендә эшләй.1983-1985 йылдарҙа Хәйбулла районы Целинный ҡасабаһында музыка мәктәбе директоры ,1992 йылдан Аҡморон музыка мәктәбенең1 Этҡол, Ҡаратал, Ярат, Сыңғыҙ ауылдары филиалдарында эшләй.1981 йылда Зәйнулла Фәйзулла улы Ҡарамалы ауылы ҡыҙы Рәмилә Сабирйән ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар.Уларҙың мөхәббәт емештәре булып 3 ҡыҙ : Рәзидә, Илүзә , Зәлиә донъяға килә.Ҡыҙҙары юғары уҡыу йорттарын тамамлап, һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләйҙәр, тормошҡа сығып , үҙ ғаиләләре менән Сибай ҡалаһында йәшәйҙәр..
Зәйнулла Фәйзулла улы Баймаҡ районының ҡурайсылар ансамбле етәксеһе була. Ансамбль 2006 йылдың 19 июнендә мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев призына үткәрелгән бәйгелә уңышлы сығыш яһап 2-се урынды яулай. Ул етәкләгән район ҡурайсылар ансамбле 3 тапҡыр 1 -се урынды, 2 тапҡыр 2-се урынды яуланы.
Зәйнулла Фәйзулла улы ВЛКСМ һәм Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының, Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы мәҙәниәт бүлеге, Хәйбулла районы мәҙәниәт бүлегенең Почет грамоталары менән бүләкләнә.2007 йылдың февралендә баҡыйлыҡҡа күсә .
2018 йылдан Буранбай ауылының ҡурайсылар ансамбле Раев Зәйнулла Фәйзулла улының исемен йөрөтә...
Ағайыбыҙ изге күңелле ,бик аҡыллы, сабырлы ине. Тик ғүмерҙәре бик ҡыҫҡа булды
. Аллаһы тәғәлә яҙған яҙмыштан аша атлап булмай шул..
Ағайыбыҙҙың ауыр тупраҡтары еңел , ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын.


Зәйнулла ҡурайсыға.
Ҡапыл ғына китте ҡурайсыбыҙ
Ҡайтып булмай торған ерҙәргә.
Беҙгә бары иҫтәлеге ҡалды
Хәтерләргә, һағынып һөйләргә.
Ҡыҫҡа ғына саҡрымдарҙы елеп, Йүгереп кенә үтеп китте лә,
Яңы сәскәләнгән ғүмеркәйен
Тамамлап та ҡуйҙы тиҙ генә.
Ҡапыл ғына бәхилләшеп ҡуйҙы,
Өнһөҙ тороп ҡалды ҡурайы…
Сыңрау торналар ҙа шымып ҡалды,
Һайраманы һабан турғайы…
Бөркөттәр ҙа саңҡылдамай осто,
Тын ҡалдылар Урал тауҙары…
Әйтерһең дә, моңланманы ҡурай,
Йырланманы башҡорт йырҙары.
Ярһып сапҡан саҡма тояҡтар ҙа
Туп - туп итмәй генә юрғалай.
Һаҡмар тулҡындары әкренәйҙе,
Тирәктәр ҙә тынды... Шауламай…
Үҙе китте… Моңо ҡалды…Әммә
Вариҫтары уйнай ҡурайҙа.
Бик күп балаларҙы өйрәткәйне
Ҡурай моңон аңлап уйнарға.
Ул уҡытҡан ҡурайсылар бөгөн
Терелтәләр уның ҡоралын.
Ҡурайына яңы йәндәр өрөп,
Тараталар сихри моңдарын.
Ошо ҡурайҙарҙан ишетәбеҙ
Сылтырап аҡҡан шишмә тауышын.
Йәш үләндең елгә шыбырлауын,
Үҙ халҡымдың әсе яҙмышын.
Ҡурай яңғырай, күңел елкендереп,
Баҫыуҙарға көйҙәр ағыла,
Татлы тойғоларға сорнап урай,
Ғәзиз төйәгемә яғыла.
Йөрәктәрҙә мөхәббәт көйҙәре,
Күңелдәрҙә һүнмәҫ эҙ ҡалған.
Ул бит уҡыусының ҡурайына,
Йөрәгенә орлоҡтар һалған.
Тимәк, мәңгелеккә китмәгән ул,
Көйө йәшәй һәр бер ҡурайҙа!
Ҡурай йәшәй икән, ул да йәшәй.
Башҡорт моңо булып һәр ҡайҙа…
Һис тә китмәгән бит Зәйнуллабыҙ!
Һыны йәшәй сәхнә түрендә.
Яҡындары хәтерендә йәшәй,
Тағы беҙҙең күңел төбөндә!
Йәп - йәш ҡурайсылар көйөндә!!!
Рәхимә Ғәйетбаева.