Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Декабрь 2025, 09:25

Бик матур бәйге үтте

Район мәҙәниәт йортонда әсәләр һәм уларҙың ҡыҙҙары ҡатнашлығында "Матурлыҡ һәм ижад" бәйгеһенең финалы үтте. Ижади конкурста ҡыҙҙары менән биш әсә Гран-при өсөн көс һынашты.  Тулыраҡ сайтта:

Район мәҙәниәт йортонда әсәләр һәм уларҙың ҡыҙҙары ҡатнашлығында "Матурлыҡ һәм ижад" бәйгеһенең финалы үтте. Ижади конкурста ҡыҙҙары менән биш әсә Гран-при өсөн көс һынашты.Финалға тиклем бәйгеселәр ай дауамында конкурсҡа ентекле әҙерләнде. Конкурсанттарҙы район мәҙәниәт йорто методисы Әлфинә Исмәғилева һәм Гөлнара Кәйекбирҙина, "Ирәндек" бейеү ансамбле репетиторы Яҙгөл Макулова әҙерләне. Уларҙың тырыш эш һөҙөмтәһе арҡаһында финал бик матур, ойошҡанлы үтте. Әсәле-ҡыҙлы ғаиләләр сығышын мәртәбәле жюри ағзалары район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Ләйсән Солтанғолова, Йәштәр эштәре буйынса комитет директоры Альбина Байғотлина, "Баймакский вестник" гәзите хәбәрсе Дмитрий Фадеев баһаланы. Бәйгеселәрҙе дәртләндерергә тип уларҙың туғандары, яҡындары килде. Һәр конкурсанттың сығышы сағыу һәм матур булды.

Һөҙөмтәләргә килгәндә, өсөнсө урынды Нурзилә һәм Әмилә Вәлиевалар яуланы. Икенсе урын Әлиә Ишбирҙина менән ҡыҙы Зөлхизә Хәмитоваға бирелде. Айгөл үҙенең ике ҡыҙы Рәминә һәм Самира Һунаршиналар менән беренсе урынға лайыҡ булды. Бәйгенең еңеүселәре тип Эльвира һәм Аиша танылды! Улар Гран-при яуланы! Айлена һәм Далия Әхмәтовтарға "Мисс и Миссис очарование" номинацияһы тапшырылды.

Бәйгеселәрҙе ҡотлайбыҙ. Һәр саҡ әлегелә дәртле һәм әүҙем булығыҙө Артабан да уңыштар юлдаш булһын! 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас