"Беҙҙең колледж Өфөлә Баймаҡ районының 95 йыллығына арналған яҡташтар берлеге осрашыуында ҡатнашты. Тәүге өлөшөндә директор И.А. Зәйнуллин стратегик сессияла үҙ өлөшөн индерҙе.
Фойела колледж студенттарының, тәрбиәсе Р.Р. Әхмәтшинаның ҡул эштәре, махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам өлгөләренән күргәҙмә ҡуйылды. Был мәртәбәле сарала беҙҙең уҡыу йортоноң ҡатнашыуы осраҡлы түгел. Республикаға, районға эш һөнәрҙәре әҙерләгән колледжыбыҙ тиҙҙән үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Яҡташтарыбыҙ үҙенең атайсалының ошондай уҡыу йортоноң эшен, йәшәйешен, үҫешен, алға китеүен дә белергә тейештер.
Сараның төп урыны фотозонала урынлаштырылған "Баймаҡ" тигән арт-объект(яҙыу) беҙҙең уҡыусыларыбыҙҙың эше булыуы ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Сараға килгән яҡташтарыбыҙ һәр кемеһе ошо урында фото төшөп кинәнде", - тип хәбәр ителә Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы төркөмөндә.