+24 °С
Ямғыр
Дуҫтар, һеҙҙең иғтибарығыҙға "Аҡ сәскәләр" йырын тәҡдим итәбеҙ. Уны район мәҙәниәт йортоның художество етәксеһе Ләйсән Солтанғолова, "Ирәндек" ансамбле бейеүсеһе Яҙгөл Макулова һәм Илгизә Хәмитова башҡара. Баймаҡ районының 95 йыллығына арналған "Батырҙар үҫтергән ер" концертында ҡыҙҙарҙың йырын тамашасылар бик йылы ҡабул итеп, көслө алҡыштарға күмде. Афариндар! Артабан да һеҙҙән йырҙар көтөп ҡалабыҙ!