Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәниәт
19 Ноябрь 2025, 07:00

Моңдарынан һандуғастар ҙа көнләшер

Баймаҡ район мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы автоклуб район буйлап гастролдәргә йыш сыға. Һәр ауылға барып етә, тиһәк тә хата булмаҫ, моғайын. Ғәлинур Хәмитов етәкселегендәге автоклуб артистары урындарға сығып, халыҡҡа йыр-моң, дәртле бейеүҙәрен бүләк итә. Республика автоклубтары араһында барған конкурста баймаҡтар быйыл өсөнсө урынды яулауы ла уларҙың тынғыһыҙ эшенә баһа булып тора. Баймаҡ артистарының, атап әйткәндә, автоклуб бригадаһының уңыштары менән тулыраҡ танышыу маҡсатында Ғәлинур Хәмитовҡа бихисап һорауҙарыбыҙҙы бирҙек...

Баймаҡ район мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы автоклуб район буйлап гастролдәргә йыш сыға. Һәр ауылға барып етә, тиһәк тә хата булмаҫ, моғайын. Ғәлинур Хәмитов етәкселегендәге автоклуб артистары урындарға сығып, халыҡҡа йыр-моң, дәртле бейеүҙәрен бүләк итә. Республика автоклубтары араһында барған конкурста баймаҡтар быйыл өсөнсө урынды яулауы ла уларҙың тынғыһыҙ эшенә баһа булып тора. Баймаҡ артистарының, атап әйткәндә, автоклуб бригадаһының уңыштары менән тулыраҡ танышыу маҡсатында Ғәлинур Хәмитовҡа бихисап һорауҙарыбыҙҙы бирҙек.

- Ғәлинур Хәләф улы, Баймаҡҡа автоклуб нисәнсе йылда килде?  

- “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, 2020 йылдың сентябрендә Баймаҡ район мәҙәниәт йортона автоклуб тапшырылды. Әйтергә кәрәк, шул уҡ көндө ул байрамға йәлеп ителде. Милли костюмдар көнө уңайы менән үҙәк майҙанда ойошторолған мәҙәни сарала автоклуб сәхнәһенән сығыш яһаныҡ. Уның уңайлығы шунда уҡ баһаланды.

- Автоклубтарҙың маҡсаты нимәлә?

- Беҙҙең төп маҡсат – мәҙәни усаҡтары булмаған йәки төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәргә күңелле йыр-моң, дәртле бейеүҙәр бүләк итеү. Шул уҡ ваҡытта төрлө тематик байрамдар, күңел асыу саралары, оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторабыҙ.

- Автоклубтың эш графигы нисек төҙөлә?

- Беҙҙең исемлектә райондың утыҙ ике ауылы теркәлгән. Ай һайын, алдан төҙөлгән график буйынса, урындарға сығып, төрлө мәҙәни саралар уҙғарабыҙ. Бер айҙа ун алты ауылда булабыҙ. Аҙна башында план төҙөп, ҡайҙа, ниндәй сара уҙғарыуҙы билдәләйбеҙ. Һауа торошона ла иғтибар итәбеҙ. Ауыл халҡы менән алдан осрашыу көнөн, урынын асыҡлайбыҙ.

- Ниндәй концерт номерҙары кәрәклеген халыҡ үҙе һораймы?

- Халыҡтың теләген ҡабул итергә тырышабыҙ, әлбиттә. Концерт программаһын даими рәүештә төрләндерәбеҙ. Бер ауылда яһаған сығышты икенсе ауылға алып бармайбыҙ. Концерт ҡуйған ваҡытта халыҡтың һорауы буйынса ҡотлауҙар ҙа яңғырай. Ғүмер байрамдарын билдәләүселәрҙе, ғаилә ҡорған йәштәрҙе, йәки оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән матур парҙарҙы, башҡа төр матур байрамдар менән дә айырым ҡотлау һорайҙар. Уларҙың теләктәрен беҙ ихлас күңелдән башҡарабыҙ.

- Автоклубты беҙҙең район мәҙәниәт йорто артистары тулыландыра. Кем ҡайһы йүнәлеш менән барыуын алдан билдәләйһегеҙме?

- Беҙҙең артистар төркөмө ике бригадаға бүленгән. Бер зонаға сыҡҡандарҙы киләһендә икенселәр алмаштыра. Шуның менән концерт номерҙары ла яңыра. БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илнур Аслаев етәкселегендәге “Аманат” музыкаль инструменталь ансамбленең сығышын көтөп алалар. Булат Ҡужаәхмәтовтың баянда һыҙҙырыуын яратып ҡабул итәләр. Баймаҡ һандуғастары Сөмбөл Юлбахтина менән Динә Аҡназарованың сығыштары һәр ваҡыт ҙур алҡыштарға күмелә. Шулай уҡ “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары Наил Шәйәхмәтов, Салауат Ғүмәров, Яҙгөл Макулова, Нурсиә Халиҡова һәр ваҡыт дәртле бейеүҙәре менән концертҡа матур биҙәк өҫтәй. Һүҙ оҫтаһы, концерттарҙы алып барыусы Әлфинә Исмәғилова беҙҙең ансамблдең йөҙө. Автоклубтың етәксеһе булараҡ, үҙем дә сәхнәгә сығып, халыҡҡа йырҙарымды бүләк итәм.

- Бынан тыш һеҙ төрлө тематик саралар ҙа уҙғараһығыҙ...

- Эйе, иҫтәлекле көндәргә, байрамдарға арналған айырым программалар төҙөйбөҙ. 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө, 9 Май – Еңеү көнө кеүек ҙур байрамдарға айырым программа төҙөлә. Автоклуб сыҡты ла, концерт ҡуйып ҡайтты ла китте түгел. Һәр программа алдан уйланыла. Йыр-бейеүҙәр тамамланғас, балалар өсөн айырым күңелле саралар ойошторабыҙ. Уларға викториналар, уйындар ойошторабыҙ. Матур традицияға ингән бер сара тураһында ла әйтеп китергә кәрәк. Автоклуб алғандан алып, уҡыуҙар тамамланғас, ҡаланың 5-се мәктәбе уҡыусылары өсөн йыл да балалар һабантуйы үткәрәбеҙ. Быйыл Ололар көнө уңайы менән Богачево, Яңғаҙы ауылдарында булып, өлкән йәштәгеләр өсөн концерт ҡуйҙыҡ.

Быларҙан тыш районда уҙған төрлө акцияларҙа, атап әйткәндә, “Йәшел Башҡортостан”, “Таҙа Талҡаҫ” кеүек төрлө экологик өмәләрҙә лә автоклуб менән ҡатнашабыҙ. Шулай уҡ спорт сараларынан да ситтә ҡалмайбыҙ.  Талҡаҫ буйлап марафон ойошторолғанда, Рәсәй саңғы юлы турнирында ла автоклуб сыҡты. Милли спорт байрамы – яндан уҡ атыуҙа, ат ярыштарында ла ҡыуанып ҡатнашабыҙ.

- Республикала нисә автоклуб бар?

- Республикала ун бер автоклуб эшләй. Уларҙың ҡайһы берҙәре беҙҙеке һымаҡ ГАЗ, ҡайһылары Газель автомобилдәрендә ҡоролған.

- Уларҙың айырмаһы нимәлә?

- Матди-техник базаһында айырма ҙур. Мәҫәлән, беҙҙең автоклуб музыка колонкалары, микрофон, проекттар, төҫлө уттар менән йыһазландырылған. Музыкаль яҡтан биҙәүсе операторҙың айырым бүлмәһе бар. Хатта халыҡҡа ултырып концерт ҡарау өсөн уңайлы булһын өсөн эскәмйәләр менән дә тулыландырылған. Әйтергә кәрәк, беҙҙеке кеүек тәгәрмәсле сәхнә – ҙур автоклуб республикала бер нисәү генә.

Тағы ла шуны әйтеп китергә кәрәк, ниндәй сара уҙыуына ҡарап, сәхнә артындағы фон да үҙгәрә. Мәҫәлән, ауыл хужалығы компаниялары барышында беҙгә йыш ҡына урындарға сығабыҙ икән, сәхнәләге баннерҙы шул темаға ярашлы итеп үҙгәртәбеҙ. Әйткәндәй, баҫыуҙарға сыҡҡанда беҙ эшселәрҙең төшкө ялына тура килтерергә тырышабыҙ. Улар ашаған ваҡытта 30-35 минутлыҡ концерт номерҙары менән сығыш яһайбыҙ.

- Республика автоклубтары конкурсында быйыл һеҙ өсөнсө урынды алдығыҙ...      

- Автоклубтар араһында барған конкурс быйыл дүртенсегә ойошторола. Республика мәҙәниәт үҙәге беҙҙең эште даими контролдә тота, улар менән даими танышып бара. Ҡайҙа ғына барып сығыш яһамайыҡ, шул сара тураһындағы мәғлүмәтте үҙебеҙҙең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмдә яҡтыртып барабыҙ. Бынан тыш йылына алты тапҡыр тура эфирҙа төрлө саралар уҙғарабыҙ. Баһалама ағзалары барлыҡ эштәребеҙҙе ҡарап, баһалап, урын билдәләй. Беренсе йылда Тәтешле районынан ғына ҡалышып, икенсе урынды алғайныҡ. 2023 йылда ла икенсе урынды яуланыҡ. Быйыл өсөнсө урынға ҡалдыҡ.

- Ғәлинур Хәләф улы, ниндәй генә урын алһағыҙ ҙа, Баймаҡ артистарының сығышын халыҡ яратып ҡабул итә. Ысынлап та, ниндәй генә сара уҙмаһын, һеҙ уларҙы юғары кимәлдә ойоштораһығыҙ. Баймаҡ автоклубы һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамай, юлһыҙ, төпкөл ауылдарға ла барып етеп, халыҡ кәйефен күтәреү, патриотик рух тәрбиәләү буйынса ҙур эштәр башҡараһығыҙ. Һеҙгә һәм һеҙҙең коллективҡа тағы ла юғарыраҡ уңыштар теләйбеҙ.

Лилиә ТАКАЕВА.

Моңдарынан һандуғастар ҙа көнләшер
Моңдарынан һандуғастар ҙа көнләшер
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас