Мәҙәниәт
31 Октябрь 2025, 11:23

Күңелле каникулдар

Ишей клубында балалар өсөн сара үтте...

Мәктәп уҡыусыларының көҙгө каникулдары  дауам итә. Уларҙың ялдарын күңелле үткәреү маҡсатында, ауыл клубтарында төрлө кисәләр үтә. Ишей ауыл мәҙәниәт йортонда "Көҙгө калейдоскоп" сараһы үткәрелде. Унда  өләсәй- олатайҙарына төрлө тарафтарҙан ялға килгән балалар ҡатнашты.Уҡыусылар өҫтәл уйыны шахматта көс һынаштылар, көҙ тураһында йомаҡтар систе, һүрәттәр төшөрөп, төрлө уйындар уйнап , каникулдың бер көнөн файҙалы һәм күңелле итеп үткәрҙеләр. Клуб мөдире Миңзифа Ишдәүләтова ҡыҙҙар һәм малайҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас