+24 °С
Ямғыр
"Ғәҙелбай ауылы клубында быйылғы йылда ла косметик ремонт үткәрелде: иҙәндәр буялды, стеналар ағартылды. Бынан тыш, ағас тәҙрәләр пластикка алыштырылды. Бер тәҙрә генә алышмай ҡалды, уны ла ҡышҡылыҡҡа нығытып, йәбештереп, буяп ҡуйҙыҡ. Яңыраҡ яңы ишек ҡуйҙылар. Һәр ремонт эшенә ярҙам иткән тормош иптәшемә, улдарыма рәхмәтлемен", - ти клуб мөдире Гөлшат Ғәлина. Афарин, Ғәлиндар!