Мәҙәниәт
10 Октябрь 2025, 03:45

Ишекле булдыҡ!

Түбәнге Иҙрис ауылы клубының ишеге яңыртылды!

"Түбәнге Иҙрис клубының запас ишеге иҫкереп, боҙолған ине. Ярҙам һорап, Баймаҡ ҡалаһы мәҙәниәт йортонда ваҡытлыса директор вазифаһын башҡарыусы Ләйсән Солтанғоловаға мөрәжәғәт иттем. Булыр, ярҙам итергә тырышырбыҙ!"-тине Ләйсән һылыу. Ышандым уның һүҙенә. Бына булды.Аллаға Шөкөр. Шундай эшлекле кешеләр менән эшләүе лә рәхәт. Әйткән һүҙ, атҡан уҡ!
 Ләйсән Солтанғоловаға һәм депутатыбыҙ Азат ағай Ғафаровҡа ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Азат ағай Баймаҡҡа барып ишекте алып ҡайтып ҡуйып та бирҙе.
Ишекте ҡуйырға ярҙам иткән Түбәнге Иҙрис ир-егеттәре Бүләкбай Миҙәтғәлинға, Илдус һәм Айҙар Йәнтуриндарға ла ҙур рәхмәт еткерәбеҙ. Ҡыш барыры етеп килгәндә нығытып ҡуйыу бик тамам ғына булды.Изге йәнле Ләйсән һылыуға, ауылдаштарыбыҙға һаулыҡ, сәләмәтлек, ҡыуанып, шатланып ҡына йәшәргә яҙһын.
Аллаһы Тәғәлә үҙе сауаптарын насип итһен!🤲🤲🤲

(Рәсимә Халиҡова, Ҡолсора, Үрге, Түбәнге Иҙрис ауылының мәҙәни ойоштороусыһы)

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас