Мәҙәниәт
24 Сентябрь 2025, 11:05

Түбәлә самауырлы ритайым үтте

Түбә ауылы мәҙәниәт йортонда «Самауырлы ритайым» ойошторолдо. Бейеү байрамында урындағылар әүҙем ҡатнашты. Сараны мәҙәни ойоштороусы Зилә Үтәбаева менән китапханасы Гөлнур Дилмөхәмәтова үткәрҙе. Тулыраҡ, сайтта:

Түбә ауылы мәҙәниәт йортонда «Самауырлы ритайым» ойошторолдо. Бейеү байрамында урындағылар әүҙем ҡатнашты. Сараны мәҙәни ойоштороусы Зилә Үтәбаева менән китапханасы Гөлнур Дилмөхәмәтова үткәрҙе.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың байрамға милли кейем һәм биҙәүестәрҙә килеүе сараға йәм өҫтәне.

Байрамға йыйылыусылар дәртле көйҙәргә рәхәтләнеп бейене, башҡорт милли уйындарын уйнап күңел асты. «Дүртмөйөш», «Ҡайыш», уйындары, ултырғыс тирәләй бейеү һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Исеменән күренеүенсә, был байрамдың төп ҡунағы - самауыр булды.

«Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ, өләсәйҙәребеҙ самауыр ҡайнатып, тәмле сәйҙәр эскән. Бынан тыш, боронғо самауырҙар ҡомартҡы итеп быуындан-быуынға тапшырыла килгән. Милли йолаларыбыҙҙы, халҡыбыҙҙың ихласлығын, йомартлығын, уңғанлығын сағылдырған ҡунаҡсыллыҡ йолаһын һаҡлау, йәш быуынға күрһәтеү, шулай уҡ бейеү сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән бөгөнгө байрамды үткәрҙек. Байрамды ойоштороуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән өсөн Түбә ауыл биләмәһе башлығы Әлфирә Хәлитоваға, самауыр сәйе янына тәмле күстәнәстәрен тотоп килеүсе ауылыбыҙҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙарына  рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, - тине Зилә Хәкимйән ҡыҙы.

Самауырҙар ҡайнатып, уйнап-көлөп күңел асып, ритайым бейеп дәртләнеп таралышты түбәләр байрамдан.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас