Ишмырҙа ауылында "Алма" байрамы үтте! Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары алманан төрлө ризыҡтар әҙерләп алып килгән, тип хәбәр итте мәҙәни ойоштороусы Гүзәл Ғөбәйҙуллина. Нимәләр генә юҡ ине унда: алма бәлештәре лә, алмы һуты ла, ҡайнатмаһы ла... Һәр кем үҙе алып килгән тәмлекәсте әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе лә үткән. Иренмәһәң, тырышһаң, файҙалы ла, тәмле лә алманан тәмле ризыҡтар әҙерләргә була.
Алмаға бәйле күңелле, төрлө уйындар, йомаҡтар, мәҡәл- әйтемдәр әйтешеп алдыҡ.
Байрамда "Алмаһы ла, алмаһы күп уның файҙаһы" исемле китап күргәҙмәһе эшләне. Унда алмаға бәйле китаптар менән таныштырҙыҡ. Сәкинә апай Әхмәр Үтәбайҙың "Үрелеп алған алма" хикәйәһен йәнле, ҡыҙыҡлы итеп һөйләп ишеттерҙе.
Алмаға бәйле уйындар күп икән дә ул! Балалар ихлас уйындарҙа ҡатнаштылар. Татлы байрамдан кинәнес, күтәренке кәйеф, дәрт алып, Фәнил Тотманов әҙерләгән бүләктәргә ҡыуанып таралыштылар, алмасылар!