+21 °С
Болотло
Яҡташыбыҙ, Буранбай ауылы егете, йырсы Иҙел Аралбаевҡа "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы" исеме бирелде. Иҙел Фәрит улы әлеге ваҡытта баш ҡалала "Йатаған" этно төркөмө солисы һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы булып эшләй. Әйткәндәй, был юғары награданы тапшырыу йырсының тыуған көнө менән бер көнгә тура килгән. Көслө, моңло тауышлы дәртле яҡташыбыҙҙыы юғары наградаһы менән ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.