Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәниәт
16 Июль 2025, 10:01

Клуб тәҙрәләре яңыртыла

Ғәҙелбай ауылы клубы тәҙрәләре яңыртылды...

Ғәҙелбай ауылы клубында йыл дауамында төрлө мәҙәни саралар йыш үтә. Шулай уҡ клуб янында бер-нисә ансамбль дә уңышлы эшләй. Әлеге ваҡытта ғәҙелбайҙар ҡыуаныс кисерә:мәҙәни усаҡтың ағас тәҙрәләре алынып, урынына өр-яңы пластик тәҙрәләр ҡуйылды. "Ремонт "Аныҡ эштәр" программаһы сиктәрендә бүленгән 147 мең һум аҡса ярҙамында башҡарылды", - тип хәбәр итә Ғәҙелбай ауылының мәҙәни ойоштороусыһы Гөлшат Ғәлина.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас