Мәҙәниәт
16 Июль 2025, 12:15

Афарин, буранбайҙар!

Буранбай ауылынан сыҡҡан билдәле сәхнә йондоҙҙары ауыл мәсетенә газ үткәреүгә ярҙам итеү маҡсатында хәйриә концерттары ойоштороуҙы дауам итә. Кисә улар Сыңғыҙ ауылы мәҙәниәт йортонда сығыш яһаны.

"Кисә Сыңғыҙ ауылында дәртле, моңло, хисле, рухлы концерт ойошторҙоҡ. Ауыл халҡы беҙҙе бик ихлас ҡаршы алды. Концерт барышында беҙҙең менән бергә йырланы, бейене. Бынан бер нисә көн алда Буранбайҙа сығыш яһаған инек. Тыуған ауылыбыҙҙа 20 мең тирәһе, Сыңғыҙҙан 10 мең һум аҡса йыйылды. Концерттан килгән килем, Буранбай ауылының иман йортона газ төшөрөү өсөн йүнәлтеләсәк", - тине билдәле йырсы, концертты ойоштороусы Юнир Һағынбаев һәм был изге эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә, шулай уҡ Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Уразбаевҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас