Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәниәт
29 Апрель 2025, 05:00

"Кесе Ватан мәҙәниәте" пректы яңы мөмкинлектәр аса

"Бүленгән сумманың 3 млн һумға яҡынын Урғаҙы ауыл мәҙәниәт йортона бүләсәкбеҙ, йәғни  быйыл үҙ ишектәрен асҡан мәҙәни усаҡҡа сәхнә ҡорамалдары һәм кейемдәрен һатып алырға планлаштырғанбыҙ. Шулай уҡ Таулыҡай ауылының  тамаша залына ултырғыстар, Түбәнге Иҙрис ауыл клубы өсөн – гармун, Буранбайға- тауыш көсәйтеү аппаратураһы, баян, «Еҙ үксә» өлгөлө бейеү һәм «Илһам» фольклор ансамбле өсөн сәхнә костюмдары, Байыш ауылы клубының тамаша залына ултырғыстар, баян, «Иҫтәлек» фольклор ансамбле өсөн сәхнә костюмдары аласаҡбыҙ», - тине мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина. Тулыраҡ, сайтта:

«Кесе Ватан мәҙәниәте» - «Берҙәм Рәсәй» партияһының федераль проекты. Ул мәҙәниәт учреждениеларының эшен яҡшыртыуға һәм яҡлауға йүнәлтелгән. 2017 йылда барлыҡҡа килгән проекттың төп маҡсаты — халыҡты мәҙәни тормошҡа йәлеп итеү, уларҙың ялын файҙалы, күңелле үткәреү, таланттар асыу, уларҙы артабан үҫтереүгә ҡайтып ҡала.

Баймаҡ районы мәҙәниәт йорттары һәм клубтары ла был проектта әүҙем ҡатнаша. 2018 йылда бүленгән 7 млн һум аҡсаға халыҡ ижады үҙәгендә ҙур ремонт эштәре башҡарыла: ҡыйыҡ һәм йылытыу ҡорамалдары яңыртыла, яңы сәхнә костюмдары алына.

2022 йылда был пректтан килгән грант Иҫке Сибай ауылы клубына йүнәлтелде. 50 йыл тирәһе тарихы булған мәҙәниәт усағы яңы ҡоролмаларға можтаж ине. Һөҙөмтәлә, 6 млн һум аҡсаға клубтың тамаша залына яңы ултырғыстар, сәхнә шаршауы, костюмдар, компьютерҙар, аппаратура, экран, принтер һәм проекторҙар алынды. Шулай уҡ ижад бүлмәләре, тренажер, аэробика, фитнес һәм бейеү залдары, кескәйҙәрҙең ялдарын файҙалы үткәреү өсөн уйын бүлмәһе барлыҡҡа килде. Шул уҡ ваҡытта спорт һөйөүселәргә лә яңы мөмкинлектәр асылды: тренажер залдары, теннис һәм аэрохоккей, бильярд өҫтәле урынлаштырылды. Йәғни, «Кесе Ватан» мәҙәниәте проекты ярҙамында Иҫке Сибай мәҙәниәт йорто яңы һулыш кисерҙе, уның янында эшләп килгән ансамблдәр тағы ла дәртләнеп эшкә тотондо.

 Быйыл район мәҙәниәт бүлеге биш ауылдың мәҙәни-ял учреждениеһының матди-техник базаһын яҡшыртыуға 4 499 124 һумлыҡ финанс ярҙам алды.

«Ошоға тиклем сумманы бер ҙур мәҙәниәт йортона ғына бүлергә була ине, быйылдан бәләкәй бер-нисә клубты ла индерергә мөмкин.  Беҙ бүленгән сумманың 3 млн һумға яҡынын Урғаҙы ауыл мәҙәниәт йортона бүләсәкбеҙ, йәғни  быйыл үҙ ишектәрен асҡан мәҙәни усаҡҡа сәхнә ҡорамалдары һәм кейемдәрен һатып алырға планлаштырғанбыҙ. Шулай уҡ Таулыҡай ауылының  тамаша залына ултырғыстар, Түбәнге Иҙрис ауыл клубы өсөн – гармун, Буранбайға- тауыш көсәйтеү аппаратураһы, баян, «Еҙ үксә» өлгөлө бейеү һәм «Илһам» фольклор ансамбле өсөн сәхнә костюмдары, Байыш ауылы клубының тамаша залына ултырғыстар, баян, «Иҫтәлек» фольклор ансамбле өсөн сәхнә костюмдары аласаҡбыҙ», - тине мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина.

Йомғаҡлап әйткәндә, «Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты ауыл клубтарына замандан артта ҡалмаҫҡа, ижади процесты байытырға, сараларҙың сифатын күтәрергә, халыҡты күберәк йәлеп итергә яңы мөмкинлек бирә.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас