Мәҙәниәт
15 Января 2025, 07:00

Башҡорт сәнғәтендә балҡып янған йондоҙ

“Ҡырағай” фильмының премьераһы ваҡытында ҡайһы бер ир-егеттәрҙең дә күҙҙәренән йәштәр килеп сығыуын күрҙем. Эргәмдә ултырған бер ирҙең: “Өс йыл ҡайтмаған инем әсәйемә, мотлаҡ ҡайтып килергә кәрәк”, - тигән һүҙҙәрен ишетеп тетрәндем. Ә ҡырҡ йәштән уҙған бер ағай миңә һуңынан: “Шул фильмды ҡарағандан һуң әсәйемде ғәфү иттем. Хәҙер инде аралаша башланыҡ”, – тип хат яҙҙы. Тимәк, алдыма ҡуйылған маҡсат үтәлде, тип һанайым...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

“Ҡырағай”, “Нигеҙ” фильмдары менән бөтә Башҡортостанды шаулатҡан ҡыҙ - яҡташыбыҙ, Иҫке Сибай ауылы ҡыҙы Фәрзәнә Утарбаева. Йәш режиссерҙың ҡыҫҡа метражлы фильмдары төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, юғары урындар алып, шул уҡ ваҡытта тамашасылар һөйөүен дә яулап өлгөрҙө. Фәрзәнә Мирза ҡыҙын “Һаҡмар” ҡунағы” рубрикаһына саҡырып, кино сәнғәте юлындағы үҫеше менән ҡыҙыҡһындыҡ.

  • Фәрзәнә, кино төшөрөү теләге - бала саҡ хыялымы?

- Мин мөғжизәле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, таланттарға бай, көслө шәхестәр тәрбиәләгән Иҫке Сибай ауылында тыуып үҫтем.  Тыуған яғым менән ғорурланам, ҡыуанам. Атайым - Мирза Сәфиулла улы, әсәйем - Әҡлимә Зәйнулла ҡыҙы. Уларға бик тә рәхмәтлемен, һәр яҡлап ярҙам күрһәтәләр. Атайым яғынан Сибай кантон нәҫеленәнмен, ул минең алтынсы быуын ҡартатайым. Әсәйем яғынан да ижадҡа һөйөү менән ҡараған шәхестәр байтаҡ. Тимәк, сәнғәткә булған һөйөү беҙҙең нәҫелдән, ҡандан килә, тип уйлайым. Бәләкәстән һүрәт төшөрөргә яраттым, актриса булырға хыялландым. Үҙемә оҡшаған бөтә киноларҙы, артистарҙы ҡарап күҙәтеп бара торғайным. Альбом да эшләп алғайным. Ләкин мине күберәк экрандың теге яғында булған тормош ҡыҙыҡһындыра ине. Экранға сыҡҡанға ҡәҙәр фильмдың ниндәй юл үткәнен, артистарҙың, режиссерҙың, операторҙың, ғөмүмән, бөтә коллективтың эше минең өсөн асылмаған бер сер булып ҡала килде. Ләкин мәктәпте тамамлағас, тормошом бөтөнләй икенсе юл менән китте. Сәнғәткә яҡын да булмаған юғары уҡыу йортон тамамланым. Һуңынан бер аҙ Сибай ҡала типографияһында дизайнер булып эшләп алдым. Шул саҡта фото төшөрөү менән мауыға башланым. Уның өсөн профессиональ фотокамера һатып алдым. Сәнғәт ижадына башкөллө сумыуым тап шул мәлдән башланды ла инде.

- Ҙур аҙымдарға киңерәк донъя талап ителгәнлектән, Өфөгә күсергә, тигән ҡарар ҡабул ителдеме?

- Эйе, сөнки Сибайҙа ҡалып, хыялымды тормошҡа ашырыу мөмкинлеге сикле ине. Өфөлә “Шоңҡар” журналында эшләй башланым. Буш ваҡыттарымда фотосессия ойошторҙом. “Шоңҡар” һәм башҡа журналдар өсөн фотолар төшөрҙөм. Шул уҡ ваҡытта “Ете медиа” студияһын булдырған Баймаҡ егеттәре Батыр Ғәлимов, Артур Батыршиндар менән артистарға музыкаль клиптар әҙерләнек.

- Беренсе фильм ҡасан һәм нисек донъя күрҙе?

- Бер көн шулай ”Еңмеш” һәм “Әсә” фильмдарының режиссеры Айнур Асҡаров беҙҙең редакцияға килде. Уның менән кино тураһында бай әңгәмә ҡорҙоҡ һәм минең бала саҡ хыялым ҡайтанан ҡалҡып сыҡты. Һөҙөмтәлә Айнурҙың оҫталыҡ дәрестәренә йөрөй башланым. Шул ваҡыт “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара кинофестивале сиктәрендә питчинг үткәреләсәге хаҡында ишетеп ҡалдым. Тиҙ арала “Ҡайтыу” тип аталған сценарийымды яҙып тапшырҙым. Йәшермәйем, уның өҫтөндә ныҡ ҡына эшләргә тура килде. Исеме лә “Ҡырағай”ға үҙгәреп китте. Һөҙөмтәлә мин призлы урын яуланым һәм “Башҡортостан” киностудияһы ҡорамалдарын ҡуртымға алыуға һәм киноның төҫтәрен коррекциялауға сертификат бүләк иттеләр. Артабан ошо уҡ сценарийҙы Рәсәй кинематографистар союзы ойошторған питчингҡа ебәрҙем. Унда алты йөҙ конкурсант араһынан минең эшем иң яҡшы етәү араһына инде. Был мине ҡанатландырып ҡына ебәрҙе. Һөҙөмтәлә 2016 йылда ошо сценарийым буйынса “Ҡырағай” исеме аҫтында фильм донъя күрҙе. Бында миңә режиссер Айнур Асҡаров һәм оператор Тимур Ғәниев ныҡ ҡына булышлыҡ итте.

- Ә “Нигеҙ” фильмын төшөрөү идеяһы нисек килеп сыҡты?

- Ҡыҫҡа метражлы был фильмда тыуған йортоңа, ереңә булған мөхәббәт, атайҙар һәм балалар араһындағы мөнәсәбәт, уларҙың проблемалары сағылдырыла. Сценарий әҙер булғас та яҡынса биш йыл самаһы ваҡыт үтте. Был арала тормошта төрлө хәл-ваҡиғалар булып алды. Мин дә кейәүгә сығып, әсәй булырға өлгөрҙөм. Шунлыҡтан донъяға, тормошҡа икенсе күҙлектән ҡарай башлаған инем. Һөҙөмтәлә “Атай йорто” тип яҙылған сценарий тағы ла хәл-ваҡиғалар, уй-фекерҙәр  менән байытылып, “Нигеҙ”гә әйләнеп донъя күрҙе. Уны “Росмолодежь.Гранты” федераль программаһында яулап алынған грантҡа “Башҡортостан” киностудияһы һәм шәхси эшҡыуар Илнур Утарбаевтың ярҙамында төшөрҙөк.

- Фильмды ҡайҙа төшөрҙөгөҙ?

- Сценарий буйынса миңә боронғо өйҙәре булған бәләкәй генә ауыл кәрәк булды. Беҙ төшөрәсәк өйҙөң ҡаршыһында бейек булмаған тауҙың да булыуы мотлаҡ ине. Шунлыҡтан беҙ ул ауылды бик оҙаҡ эҙләнек. Биш-алты районды урап сыҡҡанбыҙҙыр. Һөҙөмтәлә уны Күгәрсен районында таптыҡ, Түләбай тигән ауыл ине ул. Азат Айытҡужин беҙгә ата-әсәләренең өйөн бирҙе. Үҙҙәре ҡаршыһындағы ҙур өйҙә йәшәй. Шул ҡәҙәр ихлас эшләнек ул фильм өҫтөндә. “Нигеҙ”ҙе төшөрөүҙә күрһәткән ярҙамдары өсөн Түләбай ауылы халҡына һәм, әлбиттә, Розалия менән Азат Айытҡужиндарға ҙур рәхмәтлемен. Хатта ошо фильмды төшөрөп бөткәндән һуң, шул тауға менеп рәхмәтемде әйтеп төштөм. Ышанаһығыҙмы, юҡмы, беҙ фильм өҫтөндә эшләгәндә дүрт көн шундай матур, аяҙ, яҡшы һауа торошо торҙо. Бишенсе көнөнә ҡойоп ямғыр яуҙы. Әгәр ҙә фильмды төшөргәндә шундай һауа торошо булһа, беҙҙең эш туҡтап ҡалыр ине. Быны беҙ, тәбиғәт тә фатихаһын бирҙе, тип ҡабул иттек.

- “Нигеҙ” фильмын төшөрөүҙә кемдәр ҡатнашты?

- Актерҙар һайлағанда шуға иғтибар иттем: бабай ролен уйнарлыҡ артистарыбыҙ күп түгел икән. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының спектаклдәрен йыш ҡына ҡарай торғайным. Уларҙың эштәре менән яҡындан танышмын. Шунлыҡтан Бабай ролен бер ҙә икеләнмәйенсә Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Риф Сәйфуллинға тәҡдим иттем. Бәхеткә, ул ҡыуанып риза булды. Бабай ролен шундай оҫта итеп уйнаны. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры артисы Рәсил Сынбулатовты саҡырҙым. Фильмды үҙ һөнәренең оҫталары булып һаналған ышаныслы команда: оператор-ҡуйыусы Дамир Ғәйетҡолов, шулай уҡ рәссам Руслан Мәғәлимов, тауыш операторы Гөлнара Сәйетова менән берлектә төшөрҙөк.

Ғөмүмән, өс фильмда ла ҡатнашҡан бөтә актерҙарыма шул ҡәҙәр рәхмәтлемен. Миңә шулай уҡ сәнғәтебеҙҙең сағыу йондоҙо булған Гөлли апай Мөбәрәкова менән дә эшләү бәхете тейҙе. Ул “Ҡырағай” фильмында әсә ролен шул ҡәҙәр оҫта, иҫ киткес итеп башҡарҙы. Ә бит уға ҡурҡа-ҡурҡа ғына мөрәжәғәт иткәйнем. Сценарийымды алып ҡалғас, бер нисә көндән һуң шылтыратып: “Мин риза. Йәштәргә ярҙам итергә кәрәк”, - тип кино сәнғәте өлкәһенә баҫҡан тәүге аҙымыма фатихаһын бирҙе. Был мине бәхеттең етенсе күгенә мендерҙе. Беҙ уның менән бер аҙна тығыҙ ғына эшләп алдыҡ. Уның ярҙамын шул ҡәҙәр ныҡ тойҙом. Мине үҙ итеп: “Балаҡайым”, - тип кенә өндәште. Шулай уҡ төп ролдәрҙе башҡарыусылар: “Ҡырағай”ҙа уйнаған Артур Кәбиров, рус телендәге икенсе фильмым “Мине дауалаусы дошман”да Марат Ҡорбанғәлиев менән Айгөл Шәкироваларға рәхмәтлемен.  

Әйткәндәй, фильмдарҙы төрлө кимәлдәге кинофестивалдәргә, конкурстарға ебәреп, ҡатнашып торам. Баһалама комиссияһы беҙҙең актерҙарҙың оҫталығына шул ҡәҙәре иҫтәре китә. Ҡайҙан таптығыҙ шундай артистарҙы, тип һорайҙар. Ысынлап та, беҙҙең театр актерҙары шундай юғары кимәлдә сығыш яһай.

  • “Нигеҙ” фильмының премьераһы ҡайҙа булды?

- Тәүҙә уның Өфөләге “Родина” кинотеатрында ябыҡ күрһәтеү сеансы булды. Ә инде тәүге премьераһы Күгәрсен районы үҙәге Мораҡта уҙҙы. Халыҡ шул ҡәҙәр күп йыйылды. Фильмды төшөргән өйҙөң фотоһын ҡуйып, баннер эшләткәйнем. Азат Айытҡужин биш бер туғаны менән, шул үҙҙәренең нигеҙе фонында фото төшөп, рәхмәттәрен белдерҙе.

Һуңынан Сибай ҡалаһында ла премьера уҙҙы. Уны ҡарарға ата-әсәйем, туғандарым, яҡындарым килде. Был минең өсөн улар алдындағы ҙур һынау ине. Дөрөҫөн әйткәндә, “Ҡырағай”ҙы төшөргәндә “Әсә күңеле – балала, бала күңеле – далала” тигән халыҡ әйтемен девиз итеп алған инем. Бына шул халыҡ аҡылы экранда ла, тамашасылар араһында ла күҙәтелде. Мин тамашасылар фильмды нисек ҡабул итер икән, тип борсолоп, залды күҙәтһәм, яҡындарымдың минең өсөн йән атҡанын тойҙом. Ғөмүмән, сценарийҙы үҙем бала саҡтан әсәйемдән ишетеп үҫкән матур һүҙҙәрҙе, халыҡ әйтемдәрен ҡулланып яҙам. Уларҙа шул ҡәҙәр тәрән мәғәнә ята. Тыуған ергә, ата-әсәйгә ҡарата булған һөйөү, ғаилә ҡиммәттәре, үҙ-ара булған мөнәсәбәттәрҙе сағылдырырға тырышам. “Ҡырағай” фильмының премьераһы ваҡытында ҡайһы бер ир-егеттәрҙең дә күҙҙәренән йәштәр килеп сығыуын күрҙем. Эргәмдә ултырған бер ирҙең: “Өс йыл ҡайтмаған инем әсәйемә, мотлаҡ ҡайтып килергә кәрәк”, - тигән һүҙҙәрен ишетеп тетрәндем. Ә ҡырҡ йәштән уҙған бер ағай миңә һуңынан: “Шул фильмды ҡарағандан һуң әсәйемде ғәфү иттем. Хәҙер инде аралаша башланыҡ”, – тип хат яҙҙы. Тимәк, алдыма ҡуйылған маҡсат үтәлде, тип һанайым.

- “Нигеҙ” фильмының бер кинофестивалдә Гран-при яулауы тураһында интернет селтәре шаулағайны...

- Октябрь аҙағында Краснодар ҡалаһында XX “Молодой киновек” халыҡ-ара һәүәҫкәр һәм һөнәри фильмдар кинофестивале уҙҙы. Унда бөтә донъянан 500-ҙән ашыу фильм ҡатнашты. Шул иҫәптән минең “Нигеҙ” ҙә бар ине. Һөҙөмтәлә беҙ Гран-приҙы яуланыҡ. Бүләкләү тантанаһынан һуң минең фильмды күрһәттеләр, быны көтмәгәйнем, әлбиттә. Тамашасылар яныма килеп ҡотлап, актерҙар тураһында һораштылар. Күптәр фильмды оҡшатты. “Үҙең йәш кенәһең. Ә шундай тәрән мәғәнәле фильмдар төшөрөүгә күңел байлығы ҡайҙан килә?” – тип һорайҙар. Ошо уҡ фильм менән Мәскәү ҡалаһында уҙған “Родные тропы” тигән кинофестивалдә лә ҡатнаштыҡ. Ул декабрь башында уҙҙы. Һөҙөмтәлә “Патриотизм и Любовь к Родине” номинацияһында еңеү яуланыҡ. Актер Риф Сәйфуллиндың эшен юғары баһаланылар. Бынан тыш, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә уҙған кинофестивалдәрҙә лә призлы урындар алдыҡ. Шундай юғары ҡаҙанышҡа өлгәшеүебеҙ менән ижади төркөмгә һәм актерҙарға оло рәхмәтемде белдергем килә.

- Йәш режиссер киләсәккә тағы ла ниндәй хыялдар менән йәшәй?

- Кино – минең юлым. Киноға килгән кеше икенсе юл менән китмәй, тип әйтәләр. Был ысынлап та шулай. Бөтә пландарым режиссерлыҡ менән бәйле. Киләсәктә тулы метражлы фильм ҡуйырға планлаштырам. Әйткәндәй, кино төшөргәндә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ хис-тойғолар кисергән инем. Бөгөн дә күңелем шуны талап итә. Әле башымда яңынан-яңы уй-фекерҙәр тупланған, уларҙы тормошҡа ашыраһы бар. Минең өс фильмда ла әсәй, атай һәм балалар араһындағы мөнәсәбәттәр күрһәтелә. Шуны күҙ уңында тотоп, уларҙы киноальманах итеп берләштереп, кинопрокатҡа бирергә уй бар. Өҫтәп китергә кәрәктер, режиссер булараҡ, үҙем яҙған сценарийҙар буйынса өс фильм төшөрҙөм. Тағы ла бер сценарийымды Ярославль ҡалаһынан режиссер Владимир Вобликов “Ку-ку” тигән фильмын ҡуйҙы. Яҙ көнө уның премьераһы булды. 

- Башҡорт киноһының үҫешен нисек күҙ алдына килтерәһең?

- Бөгөн башҡорт мәҙәниәтен күтәреү буйынса күп эштәр башҡарыла. Ләкин алда торған бурыстар ҙа шул ҡәҙәр. Мәҫәлән, башҡорт киноһын алайыҡ. Был тәңгәлдә нәфис һәм документаль фильмдар ныҡ күп тип әйтә алмайым. Уларҙың райондарға, ауылдарға барып етеүен теләр инем. Халыҡ барһын, ҡараһын. Өйҙә телевизорҙан, йәки телефондан күреү кәрәкле тәьҫоратты бирмәй. Ә бына кинотеатрҙарға барып, ҙур экрандан, тотошлайы шул атмосфераға сумып, фильмдың эсенә инеп китеп ҡарау – әйтеп бирә алмаҫлыҡ хис-тойғолар бирә. Башҡорт режиссерҙарының фильмдарын республиканың  төрлө ҡала һәм райондарында йышыраҡ күрһәтһендәр ине, тигән теләктә ҡалам. Әле минең фильмдарҙы кинофестиваль сиктәрендә Сыуашстан, Тыва, Татарстан республикаларында, Силәбе, Вологодский өлкәләрендә, Мурманск, Мәскәү ҡалаларында, Германия һәм Көньяҡ Корея илдәрендә ҡаранылар.

- Башҡорт телендә сыҡҡан фильмды таратыу, шулай уҡ фестивалдәрҙә ҡатнашыу ауыр түгелме?

- Әлбиттә, үҙенә күрә ауырлыҡтар бар. Шунлыҡтан уларҙы субтитрҙар менән инглиз, рус телдәренә тәржемә итергә тура килә.  Уның өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителә. 

- Ғаиләң тураһында бер нисә һүҙ

- 2018 йылда кейәүгә сыҡтым. Тормош иптәшем Ильяс та ижад кешеһе. Ул миңә һәр яҡлап ышаныслы терәк булып тора. Батыр исемле улыбыҙ үҫә.

- Фәрзәнә, башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү өҫтөндә башҡарған эшегеҙ баһалап бөткөһөҙ ҙур. Тағы ла бейегерәк үрҙәр теләйбеҙ. Беҙ инде яңы башҡорт фильмдары көтөп ҡалабыҙ.

Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.

Фото:

Башҡорт сәнғәтендә балҡып янған йондоҙ
Башҡорт сәнғәтендә балҡып янған йондоҙ
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас