Һаҡмар
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Октябрь , 14:45

Любизники, любизар...

Шундай патриотик рухта йыр башҡарған ҡыҙҙы кем тип уйлайһығыҙ?

Любезники, любизар, молодец, молодец!..

Риүәйәт буйынса, Бородино һуғышынан һуң генерал-фельдмаршал М. И. Кутузов башҡорт полкының командиры Ҡаһым түрәне (1778-1813) саҡырып ала һәм батырлығы өсөн: "Любезные вы мои башкирцы, молодцы!" - тип маҡтай. Ҡаһым түрә был турала яуҙаштарына һөйләй һәм улар дәртләнеп йыр ижад итә. Был йырҙың куплеты: "Любезники, любизар, молодец, молодец" тип ҡабатлана. Йырҙа РәсәйҙәнНапалеондың ғәскәрҙәрен ҡыуып,Париж ҡалаһына барып еткән урыҫ һәм башҡорт яугирҙарының ҡаһарманлығы һүрәтләнә.  "Любизар" йыры 19 быуатта яҙып алынған.  

Был йыр бөгөн дә актуаль. Уны йәше лә, ҡарты ла йырлай. Әлеге ваҡытта был йырҙы Мәликә Иҫәнбаева башҡара. Афарин, ҡыҙыҡай! Батыр рухлы балаҡай!

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: