"Ауылым биҙәктәре -Күгиҙелем ҡыҙҙары!"
Бәләкәй генә Күгиҙел ауылында тыуып, буй еткереп үҫеп китеп, тыуған ауылынан ситкә китмәй килен булып ҡалыусы ҡырҡтан ашыу ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бар. Бала саҡтарын, йәшлектәрен генә түгел ғүмерҙәрен ауылға бәйләгән, хәҙер инде өлкәнәйеп барған апайҙар, еңгәләр, инәйҙәр әле лә дәртләнеп ауыл тормошон алып баралар. "Ауыл ҡатын-ҡыҙы" проекты аҫтында ауыл клубында "Ауылым биҙәктәре- Күгиҙелем ҡыҙҙары" исемле сара уҙҙы. Эшкә уңған, өлгөр, ауылдан бер ваҡытта ла ситкә китмәгән, ерегеп ошо ауылда йәшәүсе ҡыҙҙар-килендәр саҡырылды.
Күпме яҙмыш, шунса тарих...Ҡатнашыусылар һәр төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр, йәшлектәрен, тормоштарын иҫкә төшөрҙөләр, моңланып йырлап та алдылар. Уларҙың ҡул эштәренән һәм тәмле һыйҙарынан торған күргәҙмәләр ауылыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙарының алтын ҡуллылығын иҫбатлай ине. Сарабыҙҙы ағинәйҙәр ойошмаһы ҡыҙҙары башҡарыуында "Күгиҙелем", "Ынйылар" фольклор ансамбле ҡыҙҙарының "Сәләм һеҙгә" йырҙары һәм "Килендәр һәм ҡәйнәләр" бейеүе йәмләне.
Ысынлап та, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының көндәлек тормошона һоҡланмау мөмкин түгел! Улар донья көтә, бала тәрбиәләй, ирҙәренә яғымлы ҡатын, ҡулдарында ут уйнатҡан өлгөр һәм уңған хужабикә. Беҙ ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын данлайбыҙ, һәм артабан да ғаилә усағын һүндермәй, ауыл тормошона йәм һәм ҡот өҫтәп оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ!
Сараны ауылыбыҙҙың мәғариф ветераны, ағинәйҙәр ойошмаһы райесе Сания Әхмәтзыя ҡыҙы асты. "Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары батыр ҙа, сая ла, эшсән дә, уңған да. Шуға ла улар бер ауырлыҡтан да ҡурҡмай, гөрләтеп донъя көтәләр. Күптәргә өлгө булып йәшәйҙәр"- тине ул үҙ телмәрендә. Үҙе яҙған матур шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Сәлимә инәй Яманғолова үҙенең кейәүгә сыҡҡан ваҡыттағы иҫтәлектәре менән бүлешһә, Нурия инәй Асылбаева ғаиләләрендә ниндәй аш-һыуға өҫтөнлөк бирелеүен һөйләп үтте. Рәшиҙә инәй Багауитдинова "Һеҙ ниндәй ҡәйнә?"- һорауына матур яуаптарын биргәндән һуң "Илсе Ғайса" йырының тарихын һөйләп йырлап ишеттерҙе. "Ауыл ҡатын-ҡыҙының бер көнөн" Айгөл апай Мәһәҙиева бик ентекле итеп таныштырҙы. Сәкинә инәй Кәримова гел эштән генә тормай ҡатын-ҡыҙ тормошо, йырлап-бейергә лә ваҡыт табабыҙ тип "Таштура" йырын тәҡдим итте. Иң йәш ауыл ҡыҙы-килене Альбина Нарынбаева ҡәйнә йортона килен булып төшкән ваҡытындағы уй-хистәрен, рәхмәт һүҙҙәрен һөйләһә, Ейәнсура районына кейәүгә сыҡһа ла тормош иптәше менән ауылда төпләнгән Фирүзә апай Янбаева үҙ яҙмышын бәйән итте. Сара һуңынан ауыл старостаһы Илсур Бикйән улы һәм Марат Көсөкбай улы рәхмәт һүҙҙәрен әйттеләр.
Сарала ҡатнашҡан ауылдаштарға, ҡарап ултырыусы тамашасыларға, гармунсы Данил ағай Сирусинға, бейегән-йырлаған ҡыҙҙарға, бешеренгән апайҙарға, ҡатнаша алмаһа ла күстәнәсен ебәреүсе Дамира апай Сәғитоваға, бөтә яҡтан да ярҙам итеүсе Альбина һәм Азамат Нарынбаевтарға оло рәхмәтемде еткерәм.
Әлиә Дауытбаева,
Күгиҙел ауылы китапханасыһы.