Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Февраль , 09:10

Үрге Яйыҡбайҙа - ҡунаҡта

#АйыҡАуыл2023#ТрезвоеСело2023#ҮргеЯйыҡбайБаймаҡРайоны#ВерхнеяикбаевоБаймакскийРайон#БөтәДонъяБашҡорттарыҠоролтайы#ВсемирныйКурултайБашкир#Баймаҡбашҡорттарыҡоролтайы Үрге Яйыҡбай ауылында Айыҡ ауыл" республика конкурсы, Патриотик айлыҡ сиктәрендә һәм Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 35 йыллығына арналған "Илде һаҡлау тигән изге бурыс бар" исемле илһөйәрлек һәм батырлыҡ кисәһе үтте. Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

Үрге Яйыҡбай ауылында Айыҡ ауыл" республика конкурсы, Патриотик айлыҡ сиктәрендә һәм Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 35 йыллығына арналған "Илде һаҡлау тигән изге бурыс бар" исемле илһөйәрлек һәм батырлыҡ кисәһе үтте. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, БР Башлығы кәңәшсеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Рәсих Хәмитов, Ханты-Мансийск - Югра автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссия рәйесе, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, БР кинематографистар Союзы рәйесе Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы Бураҡаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының медиа хеҙмәткәре Илнара Сәйетгәрәева, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев һәм уның башлығының беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов ҡатнашты.

Ил һаҡсыһы - ир-егетте данлаған сара балалар сығышы, рухлы йырҙар, сығыштар менән үрелеп барҙы. Ҡунаҡтар урындағы “Ағинәйҙәр” бүлмәһенә юғары баһа бирҙе. Темәс башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Айҙар Мәжитов бай күргәҙмә тәҡдим итте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам күрһәтеү маҡсатында районда алып барылған эштәр буйынса оҫталыҡ-дәресе күрһәтелде.

Байрамдың икенсе өлөшөндә Ниғәмәт, Икенсе Этҡол, Байым уҡыусылары араһында «Йәгеҙ әле, егеттәр» ярышы, уҡ атыу буйынса мастер-класс, ҡышҡы халыҡ уйындары үткәрелде. Клуб фойеһында Айҙар Мәжитов бай хәрби музей күргәҙмәһе ойошторҙо. Шулай уҡ МХО-ға ярҙам, "Бай" кооперативы, йәш техниктар күргәҙмәләре һоҡланғыс булды.

Сара юғары патриотик рухта үтте.

Үрге Яйыҡбайҙа - ҡунаҡта
Үрге Яйыҡбайҙа - ҡунаҡта
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: