Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Сентябрь 2023, 11:05

Бөгөн - Милли кейем көнө

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнөн йылына ике тапҡыр — апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләйҙәр. Байрамға 2020 йылда нигеҙ һалынды.Иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм мәҙәниәтенә иғтибар итергә мөмкинлек бирә...

Бөгөн - Милли кейем көнө
Бөгөн - Милли кейем көнө

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнөн йылына ике тапҡыр — апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләйҙәр. Байрамға 2020 йылда нигеҙ һалынды.

Иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм мәҙәниәтенә иғтибар итергә мөмкинлек бирә.

Ә Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Һәр халыҡтың үҙенең тарихи, мәҙәни үҙенсәлеге бар, һәм улар милли кейемдә сағылыш тапҡан. Уны халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре кеүек үк һаҡларға кәрәк.

Байрам саралары программаһын Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы сайтында ҡарағыҙ: https://vk.cc/cqFpDA

Байрам менән!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: