Һаҡмар
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Апрель 2023, 18:00

Хикмәтле хикәйәт

-Елдәреңә бойор,-ти кеше,-хәҙер үк мине алыҫҡа, Һиндостандың төпкөл бер еренә илтеп ташлаһындар. Бәлки, ул мине юғалтыр ҙа, ҡабат таба алмаҫ...

Хикмәтле хикәйәт
Хикмәтле хикәйәт

Үлем фәрештәһе Ғазраил бер ваҡыт Сөләймән ғәләйһис-сәләм хозурына килә һәм шунда булғандарҙан берәүгә оҙаҡ ҡына текләп тора ла сығып китә.

-Эй, Аллаһ илсеһе! Һиңә килгән кеше кем ине?-ти был әҙәм.

-Үлем фәрештәһе,-ти пәйғәмбәр.

-Ул миңә оҙаҡ итеп текләп торҙо, мин уның йәнемде алыуынан ҡурҡам, ҡотҡара күр!-тине кеше.

-Ә нисек итеп ҡотҡара алам?

-Елдәреңә бойор,-ти кеше,-хәҙер үк мине алыҫҡа, Һиндостандың төпкөл бер еренә илтеп ташлаһындар. Бәлки, ул мине юғалтыр ҙа, ҡабат таба алмаҫ.

Елдәренә бойороҡ бирә Сөләймән. Тегеләре уны Һиндостандың төпкөл бер еренә илтеп ташлай. Байтаҡ ваҡыт үткәс, үлем фәрештәһе тағы ла Сөләймән эргәһенә килеп инә.

-Тәүге тапҡыр килгәнеңдә ниңә теге кешегә бик оҙаҡ текләп торҙоң?-ти Сөләймән.

-Ул кешенең йәнен миңә алыҫ Һиндостан ерендә алырға бойоролғайны, ә ул бында-һинең эргәңдә ултыра. Аптырап ҡалдым. Аҙаҡ Аллаһ тәҡдире менән елдәр уны ана шунда илтеп ташланы. Йәнен алып килдем,-тигән Ғазраил.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: