Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Ноябрь 2022, 13:52

Илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләп

Ҡаланың 1-се мәктәбендә халыҡ ижады үҙәге артистары "Йортом минең - илем минең" исемле патриотик йырҙарҙан торған сара ойошторҙо.  Уҙған сарала артистар мәктәп уҡыусыларына иң мөһим ваҡиғалар ― Тыуған ил менән тыуған һәм йәшәгән йорт ҡына беҙҙе бәхетле итә алыуы тураһында һөйләне һәм йырлап ишеттерҙе. 

Илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләп
Илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләп

Ҡаланың 1-се мәктәбендә халыҡ ижады үҙәге артистары "Йортом минең - илем минең" исемле патриотик йырҙарҙан торған сара ойошторҙо. 

Уҙған сарала артистар мәктәп уҡыусыларына иң мөһим ваҡиғалар ― Тыуған ил менән тыуған һәм йәшәгән йорт ҡына беҙҙе бәхетле итә алыуы тураһында һөйләне һәм йырлап ишеттерҙе. 

Уҡыусылар иһә башҡорт ере үҫтергән батырҙарҙы һәм геройҙарҙы иҫкә алып үтте. Викторина һорауҙарына яуап ҡайтарҙылар. 

Илнур Аслаев ҡурайы моңо аҫтында башҡарған "Сураш" вокал ансамбле йыры, Наил Шәйәхмәтов башҡарыуындағы "Тархан Алдар Иҫәкәйев" бейеүе,  Дилбәр Хисамиеваның, Руслан Тимербулатовтың, Илдар Абдуллиндың күңелгә үтеп ингән йырҙары һ.б. уҡыусы балаларҙың күңелендә илһөйәрлек тойғолары уятҡандыр, тип ышанайыҡ. 

Эльмира Кейекҡужина.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: