Башҡортостан Республикаһының Драматургия һәм режиссура үҙәге хәҙерге ауылдың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған «Замандаш» экспедицияһы» паблик-ток форматындағы осрашыуға саҡыра. Мегаполистарҙа йәшәүселәргә башҡорт ауылдарының бөгөнгө ысынбарлығы, Башҡортостан төпкөлөндәге йәшерен потенциал, республикала социаль һәм шаһиттар театрының үҫешеүе мөмкинме-юҡмы икәнен ни өсөн белергә кәрәк? Проект авторҙары 2022 йылдың 22 октябрендә һәр теләгән кешене тап ошо туралағы һөйләшеүгә саҡыра.
2022 йылдың авгусында «Замандаш» театр-фольклор экспедицияһы дүртенсе тапҡыр уҙғарылды. М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры драматургтары, журналистар, актерҙар, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультеты студенттары составына ингән хәҙерге милли театрҙы тикшереүселәр төркөмө заманса башҡорт ауылының актуаль документаль хроникаһын - вербатимдар, видеофильмдар, фотоархивтар жанрында театр постановкаларын төшөрөү өсөн район халҡы менән интервью үткәреү маҡсатында Йылайыр районына барҙы. Проектта ҡатнашыусылар Йылайыр районының 17 ауыл һәм ҡалаһын урап сыҡтылар. "Замандаш" проектын үҫтереүҙә Өфө һәм Йылайыр ирекмәндәре айырыуса күп өлөш индерҙе. Бында барлығы 200-ҙән ашыу респондент ҡатнашты.
Режиссер-педагог Рима Харисова (З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты) һәм проекттың щеф-драматургы Сәрүәр Сурина (Башҡортостандың Яҙыусылар союзы) етәкселегендә экспедиция командаһына тәүгеләрҙән булып тарихсылар Г.Ҡашҡаров менән И. Байғужин, медиаирекмәндәр Н.Ғәлиева, Р. Ғәбиҙуллин, И.Килдейәрова йәлеп ителде. Архивтарҙың фотоларын һәм видеоларын эшләү буйынса эш әле лә дауам итә.
Үҙенсәлекле булған «Замандаш» экспедицияһы «Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» федераль проектының «Мәҙәниәт ирекмәндәре» программаһы сиктәрендә «Рәсәй мәҙәниәт фонды» ойошторған грант ярҙамында тормошҡа ашырылды. Шулай итеп, 22 октябрҙә 18:00 сәғәттә З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында (Цюрупа урамы, 9) август айында үткән эш сәфәренә йомғаҡ яһаласаҡ. Йәғни "Замандаш-2022" проектының презентацияһы була. Шул юҫыҡта «UTV» телекомпанияһы төшөргән документаль спектаклдең презентацияһы һәм репортаж фильмын күрһәтеү ҡаралған.
Паблик-ток (тамашасы менән әңгәмә) эҙләнеү эштәренең яңы сиктәрен асыр тип уны ойоштороусылар өмөт итә. Киләһе осрашыу 2022 йылдың ноябрендә планлаштырыла һәм бында яңы команда йыйыласаҡ. Проектың режиссер-педаогогы Рима Харисова былай ти: ««Сәхнәлә документаль шаһитлыҡ хроникаһын күрһәтеү форматы - театр сәнғәтен үҫтереү өсөн етди этабы булып тора. Ауыл халҡының тормошо тураһында һөйләп, беҙ театрға яңы аудитория йәлеп итеп кенә ҡалмайбыҙ, тәү сиратта ҡала халҡының хәтерендә ата-бабаларыбыҙҙың рухи-әхлаҡи нигеҙҙәрен һаҡлау өсөн шарттар тыуҙырабыҙ, башҡорттарҙың халыҡ ижадын популярлаштырабыҙ, хәҙерге замандың көнүҙәк проблемалары, райондың туристик йәлеп итеүсәнлеге хаҡында һөйләйбеҙ, яңы маршруттар тапһын. Беҙҙең проекттың төп геройы - ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, заманса ауыл кешеһе».
Проект ойоштороусыһы – «Башҡортостан Республикаһы драматургия һәм режиссура үҙәге» заманса драматургияны һәм режиссураны үҫтереү буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма (художество етәксеһе - Шабаева П.А.). «Замандаш» театр-фольклор экспедицияһы 2016 йылдан бирле уҙғарыла, һәр сәфәр айырым тематикаға һәм йүнәлешкә эйә, экспедиция йомғаҡтары буйынса проект командаһы спектаклде вербатим технологияһында тәҡдим итә.