Һаҡмар
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Август 2022, 18:10

Мәҙәни мираҫ объекты яңырыу кисерә

Темәс музейын реконструкциялау эштәре бара. 

Мәҙәни мираҫ объекты яңырыу кисерә
Мәҙәни мираҫ объекты яңырыу кисерә

Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, республика әһәмитендәге мәҙәни мираҫ объекты һәм дәүләт ҡомартҡыһы булараҡ, халҡыбыҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. 1896-1897 йылдарҙа төҙөлгән ике ҡатлы боронғо йорт үҙендә ғәйәт күп серҙәр һаҡлай. 1985 йылда Бөйөк ватан һуғышы ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе Барый Буранбаевтың  тәҡдиме менән бығаса эшләп килгән музейға ошо бина бирелә. Шулай итеп, Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы элекке Башҡортостандың Беренсе Хөкүмәте  бинаһында урынлаша. 1989 йылда инде ул БР Милли музейының филиалы булып китә. 

Музей урал аръяғы райондары халҡының мәҙәниәтен һәм уның көнкүрешен сағылдырған экспонаттарға бай. уның күп өлөшөн тарихи документтар, фотоһүрәттәр, һирәк осраған китаптар тәшкил итһә, ике залында башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм тормошон сағылдырған экспонаттар урынлашҡан. “Ҡоралдар” фонды Беренсе  донъя һәм Граждандар һуғышы ваҡытында файҙаланылған мылтыҡ, винтовка, штыктар менән сағылдырылған. 

Музей экспозицияһында 1919 йылда үткән Беренсе Башҡорт хөкүмәте ултырышының эш ваҡыты һынландырылған. унда Хөкүмәт ағзаларының балауыҙ һындары  бирелгән. Мәҙәниәт һәм көнкүреште өйрәнеүгә арналған залда 1755-1756 йылдарҙағы Батырша етәкселегендәге ихтилалға арналған диорама күрһәтелгән. Музейҙа  шулай уҡ Бөйөк ватан һуғышына, Темәс педучилищеһына, балалар йортона ҡағылған, ошо төбәктән сыҡҡан күренекле шәхестәр тураһында бай мәғлүмәттәр  тупланған. 

Әйтергә кәрәк, музей урынлашҡан бина 1896-1897 йылдарҙа төҙөлгән. уның беренсе ҡаты Әмин карьерының ташынан, икенсе ҡаты иһә Темәс кирбес заводының ҡыҙыл  кирбесенән һалынған. Бына шул ваҡытта күтәрелгән бинаға ошоғаса етди капиталь ремонт үткәрелмәгән һәм ул авария хәлендә. Бина тейешле талаптарға яуап  бирмәй, унда һыу үткәргес тә, канализация ла, янғын хәүефһеҙлеге системаһы ла юҡ. ошоно күҙ уңында тотоп, Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына  тулы реставрация һәм реконструкция эшләргә ҡарар ителде. Бының өсөн дәүләт тарихи-мәҙәни экспертиза рөхсәте, проект-смета документтары һәм инженер-тикшеренеү экспертизалары алынды. 

“Мәҙәниәт” федераль милли проектына ярашлы реконструкция өсөн 50 млн һум аҡса бүленде. Белгестәр элекке фотоһүрәттәрҙе һәм башҡа тарихи материалдарҙы  өйрәнеп, бында техник тикшеренеүҙәр үткәргәндән һуң, конструкцияны һәм иҙән-түшәм япмаларын алмаштырып ҡорорға ҡарар итте. “Тәүге ҡат таш киҫәктәренән тигеҙ  итеп һалынған, ләкин был тыштан ҡарағанда ғына, ә эстән таштар нисек етте, шулай тултырылған, шуға күрә лә стена ныҡ түгел, сантаған урындары байтаҡ. Берәй  көн уның емерелеү ихтималлығы бар”, – ти проект авторы Рөстәм Әлибаев. 

Анализ мәғлүмәттәре лә был бинаны файҙаланыу осоронда бик күп үҙгәрештәргә дусар булыуы хаҡында һөйләй. оҙаҡ йылдар файҙаланылмай ҙа торған. Бер мәл ул  спорт залы булып та хеҙмәт иткән. Шул заманда яһалған ремонт эштәре арҡаһында бина тәүге күренешен юғалтҡан, эстәге тарихи конструкциялар һаҡланмаған.  Бинаның авария хәлендә булыуын иҫәпкә алып, белгестәр тышҡы стенанан башҡа бөтә конструкцияларҙы ла үҙгәртеп ҡорорға булды. Белгестәр фекеренсә, бинаға  тәүге тарихи күренеш ҡайтарыласаҡ – уның беренсе ҡаты һыланған һәм аҡ төҫкә буялған булған. Шул уҡ ваҡытта ишек уйымдары киңәйтеләсәк, ағас баҫҡыс урынына  янғын һағы талаптарына ярашлы эвакуация баҫҡысы буласаҡ. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға икенсе ҡатҡа күтәрелеү мөмкинлеге булмағанлыҡтан,  киләсәктә улар беренсе ҡатта хеҙмәтләндереләсәк, икенсе ҡаттағы экспозицияны проектор аша ҡарай аласаҡ. Бының өсөн 40 урынға иҫәпләнгән махсус зал буласаҡ. 

Бинаның тышҡы күренешендәге ағастан декор элементтары, тарихи балкон һәм башняларҙы тәүге хәленә килтерергә ниәтләйҙәр. Икенсе ҡаттың кирбес стенаһы  нығытыласаҡ. Капиталь ремонттан тыш, тейешле инженер коммуникациялары (һыу үткәргес, канализация) булдырыу күҙаллана, газ менән йылытыу системаһы  яңыртыла. Бина видеокүҙәтеү, сигнализация, тышҡы яҡтан яҡтыртыу ҡоролмалары менән тәьмин ителәсәк. Музей янындағы биләмәлә төрлө саралар үткәреү өсөн 4х3  метр ҙурлығындағы терраса, тирмә ҡуйыласаҡ. Бина тирәләй төҙөкләндереү эштәре атҡарыласаҡ, автомобилдәр ҡуйыу урыны буласаҡ. 

Әйтергә кәрәк, бөтә был күләмле эштәрҙең төп заказсыһы булып Башҡортостан Республикаһы Капиталь төҙөлөш идаралығы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы сығыш яһай. Объекттың генераль подрядсыһы – “век” ЯСЙ-һы, подрядсыһы – “Группа апрель” ЯСЙ-һы. 

– Темәс музейын реконструкциялау эштәре әүҙем башланып китте, – тип билдәләне уның мөдире Айҙар Мәжитов. – Иң тәүҙә эшҡыуар Илсур Нәбиуллиндың бригадаһы 150 метр оҙонлоғонда һыу үткәргес һалып бирҙе. Бина биләмәһе тирәләй декоратив ҡойма эшләүҙе лә үҙебеҙҙең эшҡыуар Әсҡәт Иштәкбаевҡа ышанып  тапшырырбыҙ, тип уйлайым. Минеңсә, объектта урындағы егеттәр эшләргә тейеш, тигән фекерҙәмен. Әле бында Сибай ҡалаһынан Алмас Хәлфетдиновтың һәм Тимур  Латыповтың бригадаһы эшләй. улар бина эсендә атҡарыласаҡ бетон эштәренә әҙерлек менән шөғөлләнә. Шуныһы ҡыуаныслы, проектҡа ярашлы музей үҙенең элекке  йөҙөн һаҡлап ҡына ҡалмаясаҡ, ә тулыһынса яңырасаҡ, заманса ҡоролмалар, мультимедиа саралары менән тәьмин ителәсәк. 

Мине шуныһы борсой: ауылға ингән урында “Темәс – Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы” тигән яҙыу бар, әммә был төбәктең тарихи әһәмиәтен һәм асылын аңлатҡан башҡа бер нәмә лә юҡ. Тап шуның өсөн дә Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын реконструкциялап һәм унда бөтөн уңайлыҡтар тыуҙырып, ауылдың  иң күркәм урынына әйләндереү, республика, ил һәм донъя кимәлендә танытыу мөһим, тип уйлайым. 

Тағы бер мөһим мәсьәлә тураһында әйтмәү мөмкин түгел. Билдәле булыуынса, ҡасандыр тап беҙҙең республикала Рәсәй федерализмына нигеҙ һалынған. Шуның өсөн мин Темәс музейына “Беренсе Рәсәй республикаһы музейы” тигән статус бирергә кәрәк, тип уйлайым. Был, әлбиттә, уның әһәмиәтен бермә-бер күтәрер, ил  кимәлендә танытыр ине. Хәйер, бының өсөн күп тырышлыҡ һалырға, дәүләт кимәлендә эш алып барырға кәрәктер. Төп реконструкция эштәрен ошо йылдың аҙағына  тиклем тамамлау күҙ уңында тотола. Ә инде яңыртылған Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын асыу киләһе йылда планлаштырыла. 

Ғөмүмән, бай тарихыбыҙҙы, Башҡорт автономияһы төҙөлгән осорҙо, төрлө дәүерҙәрҙе үҙ эсенә алған музейҙың әһәмиәте бик ҙур һәм уны яңыртыу заман талабы ул.  Үҙенә күрә был төбәк ысын мәғәнәһендә халҡыбыҙҙың мәккәһе булырға тейештер. 

Азамат Мөхәмәтшин. 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: