Бөгөн Түбәнге Иҙрис ауылында ауылында арҙаҡлы сәсән Ғәбит Арғынбаевҡа таҡтаташ асылды. Сарала Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов,
Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Исмәғилева, “Ҡурай” телеканалының генераль диреторы Рита Өмөтбаева, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, шулай уҡ Сибай ҡалаһынан, Көйөргәҙе, Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан килгән ҡунаҡтар, стела асыуҙа ярҙам күрһәткән спонсорҙар, шәхси эшҡыуарҙар, Ҡолсора ауылы биләмәһе халҡы ҡатнашты.
Тантана ауыл һәүәҫкәрҙәре, райондың ҡурайсылары сығышы менән башланып китте.
Азат Шамил улы сығышында: "Баймаҡ районында башҡа райондар менән айырмалы рәүештә бик күп иҫтәлекле саралар үткәрелә. Таҡтаташ, стела ҡуйыла. Шуның өсөн баймаҡтарға алҡыштар яуһын!" ― тине.
Юлай Ғәйнетдинов: "Был ауыл менән мине тыуғанлыҡ ептәре бәйләй. Шуға ла мин ғорурланып килдем", ― тине һәм Ғәбит сәсән тураһында һөйләп үтте.
Иҙел Солтанов таҡтаташтың авторы булып тора. Шуға ла был сара уның өсөн икеләтә байрам булып торҙо. Оло ҡыуаныстар кисереүен белдерҙе һәм ауыл халҡына, спонсорҙарға, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә һ.б. рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ғәбит сәсән Хәмит сәсәндең кейәүе булып торған. Шуға ла был саранан Хәмит Әлмөхәмәтовтың шәжәрә ебен дауам итеүселәр түрҙән алды. Рәил Әлмөхәмәтов та тап шундайҙарҙың береһе. "Беҙ Хәмит сәсән тоҡомонанбыҙ. Бындай таҡтаташ ҡуйып, һеҙ киләсәгегеҙҙе нығыттығыҙ. Киләсәктә Икенсе Этҡол ауылында ошондай уҡ таҡтаташты Хәмит сәсәнгә лә асырға уйлайбыҙ", ― тип ул һүҙен йомғаҡланы.
Таҡтаташ асыуҙың тантаналы өлөшө тамам. Йыйылған ҡунаҡтарҙы артабан ауылдың һабантуй майҙансығында тантаналы сара көтә ине.
Эльмира Кейекҡужина.