+15 °С
Облачно
Рухлы сара үтте
Ҡаратал ауылы китапханаһында «Урал батыр эҙҙәре буйлап» исемле китапхана дәресе үтте. Уны китапханасы Гөлдәр Янбаева ойошторҙо. Сарала мәктәп уҡыусылары һәм кескәйҙәр ҡатнашты. 9-сы класс уҡыусыһы Ильяс Янбаев кисәлә ҡатнашыусыларға эпостың йөкмәткеһен генә һөйләп ҡалманы, унан өҙөк тә ятланы. Рухлы, фәһемле сара һәр кемгә оҡшаны.