Билал китапханаһы уйындар аша китап уҡыуға һөйөү тәрбиләй. "Беҙҙә "Игротека" проекты дауам итә. Был юлы Әнисә Әғзәм ҡыҙы I -II класс уҡыусылары менән "Бармаҡ уйындары" дәресенә килде.
Баланың ҡулдарының ваҡ моторикаһын үҫтереү өсөн бик күп күнегеү, күнекмәләр һәм уйындар бар. Беҙ ҡыҙҙар һәм малайҙар менән бергәләп бармаҡтар, ваҡ әйберҙәр менән, әүәләү һәм һүрәт төшөрөү кеүек уйындар уйнаныҡ. Китапты баланың ҡулына иртәрәк тотторор кәрәк. Ул уның биттәрен асырға маташҡанда ла, биттәрен һыйпарғанда ла, ҡулдарға яҡшы массаж яһала. Шуның өсөн уҡыусылар менән бергәләп китап, журналдар ҙа уҡыныҡ.
Балаларға ваҡытты йәлләмәйек, күберәк бергәләп китаптар уҡыйыҡ, гәзит-журналдар алдырайыҡ, уйындар аша китапҡа һөйөү тәрбиәләйек, шул ваҡытта ғына теләгән һөҙөмтәгә ирешербеҙ", - тине ауыл китапханасыһы Райхана Булатова.