Билал ауыл китапханаһында IV класс уҡыусылары, етәкселәре Илүзә Нурислам ҡыҙы менән бергә "Әҙәби карусель"дә ҡатнашты. Улар фекерләү, хәтер, ихтияр көсөн арттырған һәр төрлө уйындар уйнаны. Уйын барышында һәр бер конкурсант етеҙҙәрҙән, көслөләрҙән өлгө алды, үҙе лә беренселеккә ынтылды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар һәр миҙгелгә ҡарата шиғыр ятланылар, йырҙар йырланылар, хикәйә яҙып ҡаранылар. Ҡыҫҡаһы, әҙәбиәт, шиғриәт, моң, уйын каруселендә бергәләп әйләнделәр. Афариндар!