+5 °С
Облачно
Буранбай ауыл китапханаһының 2025 йылда иң күп китап уҡыусыһы- Раева Өмөкамал Байегет ҡыҙы. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан ул әҙәбиәтте ярата."Бала саҡтан китап-журналдар, гәзит уҡырға яратам. Уларҙы уҡыу күңелде тынысландыра. Ҡайһы ваҡыт төнгө 3-кә тиклем дә уҡыйым",- ти Өмөкамал Байегет ҡыҙы. "Ысынлап та, Өмөкамал еңгәйҙең китапханала уҡымаған китабы ҡалманы шикелле. Афарин! Һәр ваҡыт шулай китапхананың иң әүҙем китап уҡыусыһы булып ҡалығыҙ!Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ", - тине китапханасы Зәкиә Ғәйетбаева.