"Ҡәйнә, килен тураһында кемдәр генә яҙмай икән дә, ниндәй генә көләмәстәр уйлап сығарылмай икән. Уйлап сығаралармы, әллә тормоштан алынамы, быны һәр кем үҙенсә хәл итә. Һәр хәлдә бындай яҙмалар булған, бар һәм буласаҡ та. Сөнки ҡәйнә һәм килен темаһы - ул мәңгелек темаларҙың береһе.
Мирас Иҙелбаевтың "Зәңгәр яулыҡ" хикәйәһендә лә ошо тема сағылыш тапҡан. Сыңғыҙ ауылы моделле китапханаһында беҙ был хикәйәнең аудио вариантын тыңланыҡ һәм фекер алыштыҡ. Ҡатнашыусылар араһында ҡәйнә менән бер ҡыйыҡ аҫтында бер нисә йыл ғына, 12, 15 йыл йәшәүселәр бар ине. Ә Рәйлә Әбдрәшитова ҡәйнәһе менән 28 йыл татыу ғүмер кисергән, үҙе лә күптән инде ҡәйнә. Улар татыу йәшәүҙең серҙәрен асты, хикәйәләге киленде лә йәшлек менән яңылышты, ҡайта ул аҙаҡтан тип, фарыз итте. Шулай уҡ Мирас Иҙелбаевтың "Хат" хикәйәһенә лә байҡау яһаныҡ. Хикәйәләренең тормошсан булыуы оҡшаны ҡатнашыусыларға, өйҙә уҡырға тип китаптарын да алдылар", - тине китапханасы Зәлиә Уразбаева.