Бөтә яңылыҡтар
10
Әҙәби бит
3 Март , 16:18

Шағир рухы ҡайтты тыуған яҡҡа

Уҙған көндәрҙә ҡаланың 4-се лицейында  «Игебай уҡыуҙары» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияның йомғаҡлау сараһы үтте...

Уҙған көндәрҙә Баймаҡ ере Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ Абдулхаҡ Игебаев ижадына ғашиҡтарҙы үҙенә йыйҙы. Ҡаланың 4-се лицейында  туған тел көнө уңайынан «Игебай уҡыуҙары» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияның йомғаҡлау сараһы үтте.

Конкурсты Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә Баймаҡ мәғариф бүлеге ойошторҙо. Уның тәүге этабы онлайн форматта үтә. Унда республиканың 36 ҡала һәм районынан 300-гә яҡын эш ҡабул ителә. Шуларҙың  72-һе һайлап алыу турын уңышлы үтеп, Баймаҡта мәртәбәле баһалама ағзалары алдында сығыш яһаны. Конкурсанттар «Атайсалым - берҙән-бергенәм, тамыры алтын ергенәм», «Йәшәмәнем ҡулды ҡаушырып» һәм «Телебеҙҙе юғалтһаҡ, донъябыҙҙан ни ҡала» номинацияларында үҙҙәрен һынап ҡараны. Тәүге номинация ла 1-11-се класс уҡыусылары Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырын яттан һөйләнеләр. Барлыҡ уҡыусылар ҙа интонация менән тасуири итеп сығыш яһарға тырышты. Икенсе номинацияла 5-11-се класс уҡыусылары уның ижадын, тормош юлын ентекле өйрәнеп, фәнни-эҙләнеү эштәре алып барҙы. Эштәрҙә «Ауылдашыбыҙ Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙарында тыуған яҡ образы», «А.Игебаев - һүҙ оҫтаһы», «Темәс һаҡлай шағир эҙҙәрен», «Шағир ижадында һуғыш темаһы», «А. Игебаев ижадында күк йөҙө символикаһы», «Тәбиғәт йырын йырла» һәм башҡа  темалар сағылды. «Был номинацияла барлығы 13 сығыш тәҡдим ителде. Бер нисә йыл рәттән үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, уҡыусылар һәм уларҙың етәкселәре һәр эштә ниндәйҙер яңылыҡҡа ынтылған. Барыһына ла ҙур рәхмәт», - ти баһалама ағзаларының береһе, мәғариф бүлеге методисы Гөлшат Иҫәнғолова.

Ә өсөнсө номинацияла туған тел һәм башланғыс класс уҡытыусылары, өҫтәлмә белем биреү педагогтары шағирҙың тормош һәм ижад юлын өйрәнеү, шулай уҡ туған телдәр көнөнә арналған дәрестәрҙән һәм дәрестән тыш саралар эшмәкәрлеген күрһәтте, оҫталыҡ дәрестәрен тәҡдим итте. Был номинацияла бөтәһе 10 эш призлы урынға лайыҡ булды.

Һөҙөмтәләргә килгәндә, Абдулхаҡ Игебаев шиғырҙарын яттан һөйләү бәйгеһендә 1-4-се кластар араһында беренсе урынға Әбйәлил районынан Зарина Ғайсина һәм Федоровканан Инсаф Маликов, 5-11-се кластар араһында Баймаҡ районы Түбә ауылынан Азалия Үтәбаева һәм Бөрйән районынан Заһит Мостафин лайыҡ була, ә фәнни-эҙләнеү эшендә Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбенән Мәликә Шәмиғолова еңеүсе тип табыла.

Был бәйге ике йылға бер тапҡыр үткәрелеп, быйыл өсөнсө тапҡыр уҙғарылды.

«Бөгөнгө сара миндә һоҡланыу, киләсәккә өмөт тыуҙырҙы. Абдулхаҡ ағай республиканың ғына түгел, ә Баймаҡ шағиры булыуы ғорурлыҡ тыуҙырҙы. Беҙ Баймаҡтар бит әле, тигәнде лә ул ғына әйтте һәм шул беҙҙе бергә йыйнай. Уның шиғырҙары яңғырағанда, мин шағир рухы беҙҙең менән, тип ҡыуанып ултырҙым. Бөгөнгө сара тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Сөнки тәрбиәүи эш шиғырҙан, йырҙарҙан, үҙебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе белеүҙән башлана. Балалар һәйбәт әҙерләнгән. Һәр береһенең сығышы үҙе спектакль һымаҡ булды. Икенсе райондан килгән уҡыусыларҙың, бигерәк тә, Бөрйән районынан килгән Заһит Мостафин тигән конкурсанттың шиғыр һөйләүе оҡшаны. Ул үҙе үк Абдулхаҡ ағайға оҡшап тора», - ти баһалама ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Дәүләтшина.

Бәйгеселәрҙе район Советы секретары Иҙел Әбүбәкиров, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы рәйесе Динара Сәйғәфәрова, мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ишбулды Сиражетдинов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Дәүләтшина тәбрикләне. Улар еңеүселәргә һәм призерҙарға изге теләктәре еткереп,  дипломдар тапшырҙы, киләсәктә лә ижади уңыштар теләне.  

Ҡунаҡтар был көндө йыр-моң иленә лә сәйәхәт ҡылды. Балалар ижады үҙәге ҡарамағында эшләп килгән бейеү һәм йыр ансамблдәренең сығышы һәр кемгә оҡшаны. Шулай уҡ «Йәш техниктар», «Йәш натуралистар» станцияларының Ватан һаҡсылары һәм Еңеүҙең 80 йыллығына арнап ойошторған  күргәҙмәһе лә һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу уятты.

Юғары кимәлдә ойошторолған саранан һәр кем рухи аҙыҡ алып таралды.

Бәйгелә ҡатнашҡандарҙың

Гел уң булһын юлдары.

Һеҙгә рәхмәтен еткерә

Игебай уҡыуҙары.

Был конкурстың киләсәктә лә киң ҡолас йәйеүен, Игебай вариҫтарының ҡәләмдәренең осло, телдәренең маһир, ижад шишмәләренең һайыҡмауын теләйһе ҡала.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас: