Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йырсы килен (хикәйә)

-Вәли бит мине гел ҡулында ғына күтәреп йөрөтөргә вәғәҙә биргәйне, - тип илаулап һөйләй ул. – Үҙе иһә мине бөтөнләйгә ташлап китте, ҡалалағы йәш сағында  дуҫлашып йөрөгән мәрйә ҡыҙының фатирына кереп йәшәй ул хәҙер. Өлкән ҡыҙҙарҙы юл аша йәшәгән балаһыҙ апаһы менән еҙнәһенә бирҙе, минең фекеремде һорашып та торманы.  Ҡыҙыҡайҙарымды бер кемгә лә бирмәйем тип,  Вәлигә ҡаршы килеп ҡарағайным, үҙемде йыға һуҡты...

Йырсы килен (хикәйә)
Йырсы килен (хикәйә)

... Зәп-зәңгәр күктә түп-түңәрәк ҡояш яңғыҙы ғына батшалыҡ ҡылған ап-аяҙ көн. Бына ул,  Ослотауҙы уҙып, яйлап ҡына күл яғына  табан ыңғайланы. Тимәк,  кис яҡынлаша.  Тиҙерәк  етһен ине ул! Бөгөнгө кис ҡәҙимгеләренә ҡарағанда күпкә мауыҡтырғысыраҡ булмаҡсы.   Сөнки  тап бөгөн ауылыбыҙҙа ғәжәп ҡыуаныслы хәл көтөлә – бик оҙаҡ өйләнмәй йөрөгән баянсы Вәли ағай  кәләш алып ҡайтасаҡ.  Ә беҙ Ослотау итәгенә йәш киленде ҡаршы алырға бармаҡсыбыҙ...

Был яңылыҡты  миңә кисә   күрше ҡыҙы  Әлфирә сер итеп кенә  шыбырлағайны.  Уға инәһе әйткән.  Тимәк, дөрөҫ хәбәр. Уның инәһе бөтә яңылыҡты   ла гел  башҡаларҙан  алдараҡ ишетеп-белеп тора.

Әлфирә минән бер-ике йәшкә өлкәнерәк. Шулай булһа ла,  йыш ҡына аралашабыҙ.  Беҙҙең инәйҙәребеҙ әхирәттәр бит. Уларға эйәреп, әйләнә-тирәләге тауҙарға емеш-еләккә йөрөйбөҙ.  Ут күрше йәшәгәс, һыу инергә лә бергәләшеп сабабыҙ.  Инәйҙәребеҙҙең иһә,көн һайын  тигәндәй осрашып торһалар ҙа, һис ҡасан һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй.  Дөрөҫөрәге, Әлфирәнең инәһе һөйләй ҙә һөйләй, ә минеке  күберәге  сыҙамлы ғына тыңлай ҙа тыңлай. Һирәк-һаяҡ ҡына әхирәтенә ҡушылып китә шулай ҙа. Ҡайҙан ул тиклем хәбәр таба икән Мәрйәм апай? Әйткәндәй, уның ысын исеме Мария. Атайымдың  синыфташы, йәшлек дуҫы Шәмсулланың ҡатыны ул. Мәрйә булһа ла, башҡортса сутырҙығын сығара. Уны хатта үҙ телен онотҡан тип   ебәреүселәр ҙә бар.   Кем белә инде, бәлки, ысынлап та шулайҙыр. Һәр хәлдә миңә бер ҡасан да уның урыҫса  һөйләшкәнен ишетергә насип булманы.

Әлфирә, мин, беҙҙең түбән остан тағы ике-өс ҡыҙ,  абына-һөрөнә,  йән-фарманға Ослотау итәгенә йүгерәбеҙ. Йәш киленде тәүгеләрҙән булып күрмәксебеҙ. Шулай булмай ни – быға тиклем буй еткергән егеттәр кәләште йә үҙебеҙҙең ауылыбыҙҙан, йә күрше ауылдарҙан әйттерҙе. Хәйер, бер нисә йыл элек Ленинград  ҡалаһында хеҙмәт иткән Әхмәтвәли ағай,    Есения исемле иҫ китмәле сибәр  кәләш алып ҡайтып, бөтә ауыл халҡын шаҡ ҡатырғайны.  Әммә улар алдан бер кемгә лә хәбәр итмәйенсә, кеше күрмәгәндә генә ҡайтып төшкәйнеләр. Бала-саға тамашанан мәхрүм ҡалғайны.  Был юлы  мотлаҡ форсаттан файҙаланырға кәрәк!

Беҙ килеп еткәндә, Ослотауҙа үрге остан, урталыҡтан бер нисә ҡыҙ йыйылып  өлгөргәйне инде. Вәли ағайҙар ҡаланан автобуста киләсәк. Ә автобус дүрт-биш саҡрымдағы  күрше өлкәгә ҡараған Октябрьский   ауылында туҡтай. Артабан  ат юлы буйлап йәйәүләп атлаясаҡтар.  Ослотауҙан саҡрым ярым тирәһендәге Үксәташ тәңгәленә яҡынлашһалар, күренә башларҙар.  Үксәташ тигәндәй, ифрат мәҙәк урын ул! Юл сатында бер оло ғына ташҡа, гүйә, ҡасандыр кемдер уң аяғы менән баҫып, табан эҙен ҡалдырған. Ҡыҙ-ҡырҡын, малай-шалай өсөн  шул таш эргәһенән уҙыу үҙе бер мажара – һәр кемдең  үксә “үлсәп” ҡарағыһы килә.  Вәли ағай кәләшенең үксәһен үлсәтерме икән? Бәлки үлсәтеп тормаҫ та. Беҙ мәктәпкә төшмәҫ элек шул Октябрьский ауылы ҡыҙын кәләшлеккә алған  Сабир ағай уны  үксәһен үлсәтеп маташтырмағайны. Беҙ уның  килен төшөрөүен дә ошо уҡ урында ҡыҙыҡһынып күҙәткәйнек. Береһенән-береһе шәп пар атҡа егелгән  оло тәгәрмәсле  матур тарантаста Үксәташ янынан елдәй елдереп кенә уҙып киткәйнеләр.

Уй-хәтирәләремде кемдеңдер:

Күренделәр! – тип һөрән һалыуы бүлде.

Ысынлап та, йәш кейәү менән кәләш, етәкләшеп, ауылға табан атлай.  Туҡтап, ҡосаҡлашып, үбешеп тә алалар. Үҙҙәрен тау башынан тотош “команда” күҙәткәнен белмәйҙәрҙер инде. Шулай ҙа,  Вәли ағай үксәһен үлсәтте кәләшенең. Таш янында бер аҙ торҙолар ҙа, юлдарында булдылар. Ослотауға яҡынлашҡан һайын үҙҙәре яҡшыраҡ күренә. Күңелле итеп, һөйләшә-һөйләшә, көлөшә-көлөшә атлайҙар.  Бына Ослотау итәгендәге ҡайынлаҡ араһында тапалған һуҡмаҡҡа ла боролдолар.  Тәбиғәтебеҙҙең матурлығына хайран ҡалыптыр, моғайын, йәш кәләш йырлап уҡ ебәрҙе. Тауышының матурлығы! Хәйер, беҙҙең ауылда йыр-моң һөйгән, бәғзе әртистәрҙән дә былайыраҡ йырлаған  кеше байтаҡ. Данлыҡлы йырсы Флүрә Килдейәрованың  нәҫел-тамырҙары ла беҙҙең ауылға килеп тоташа  бит. Әммә беҙҙекеләр башҡасараҡ йырлай – тауыштары күкрәк түренән, йөрәктәрҙән сыҡҡандай ишетелә, һағыштары әйләнә-тирәләге береһенән-береһе бейегерәк тауҙарҙа яралғандай тойола. Тәүләп ауылыбыҙға юлланған еңгәнең йыры ла, моңо ла бүтәнсәрәк – дәртлерәк, күңеллерәк  яңғырай төҫлө.

Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем,

Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем,

Шәлем түңәрәк түгел дә
Шәлем түңәрәк түгел...

Инде беҙ уларҙы аҫҡараҡ төшөп,  ҡайындар араһынан күҙәтәбеҙ.  Ауылыбыҙҙа сибәрҙәр күп, әммә был еңгә һылыуҙарҙың да һылыуы! Тәпәшерәк булһа ла, үтә ипле буй-һынлы. Ап-аҡ йөҙлө, зәп-зәңгәр күҙле, ерән төҫтәге тулҡынланып торған  ҡуйы сәсле. Ә сағыу зәңгәр сәскәле йәшкелт күлдәгенең килешлеге! Торғаны бер ҡурсаҡ инде!  Шундай ҙа күҙҙәрҙе ҡамаштырырлыҡ  матур кәләште ҡайҙан тапҡан Вәли ағай?  Мут ҡына йылмайышып,  бер-беребеҙгә ҡарашып, төйөлгән йоҙороҡтарыбыҙҙың баш бармаҡтарын өҫкә сөйөп ебәрәбеҙ.  Йәнәһе, бик шәп бит   яңы еңгә! Тәҫъораттарыбыҙҙы тиҙерәк  башҡалар  менән уртаҡлаша  һалайыҡ тип, ауылға табан “осабыҙ”.

-Бәхетле генә  булһындар, тигеҙ ғүмер итһендәр инде, -  ти

инәйем,  минең яңылығымды тыңлағас. 

Вәли ағайҙың атаһынан ҡалған ыҡсым ғына иҫке  йортта яҡындарын, дуҫтарын йыйып, йәштәр шул уҡ кистә табын ҡорҙо. Ауыл өҫтөндә баян, йыр  тауышы таңға тиклем  өҙөлмәне. Туй тигәндәре ошо кисә булды, ахырыһы.

Иртәгеһен йоҡонан уянғанымда   Мәрйәм апай инәйемә “һуңғы яңылыҡтарҙы” еткерә ине инде:

-Йәш килендең исеме Рәмзиә икән, Өфө аръяғындағы

райондарҙың береһендә тыуып-үҫкән,  татар ҡыҙы, атай-инәй йортонан эш эҙләп сығып  киткән, Мейәскә автозаводҡа килеп урынлашҡан,  ҡалалағы мәҙәниәт һарайындағы үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә йөрөй, беҙҙең Вәли менән дә шунда танышҡандар, төрлө концерттарҙа  ҡатнашалар, береһе баянда уйнай, икенсеһе йырлай икән.  

Ауыл халҡы Вәли ағайҙың ҡатынын тәү күреүҙән үк үҙ итте. Яратып, “йырсы килен” тип  кенә йөрөтә башланылар. Тәүге осорҙа йәш ғаиләнең пар күгәрсендәрҙәй татыу  көн итеүенә һоҡланмаған кеше булмағандыр.    

Вәли ағай менән Рәмзиә еңгә заводта эшләүҙәрен дауам иттеләр. Ауылға ял көндәрендә генә ҡайттылар. Күптәр уларҙы көтөп алыр булды.  Сөнки ауылда халыҡ күп, аҙна һайын ҡайҙалыр   ниндәйҙер тантана -    йә бәпес, йә никах туйы,   йә тыуған көн үткәрәләр. Һәр йорттоң түр төбөндә –  Вәли ағай менән Рәмзиә еңгә.  Бер саҡырыуҙан да баш тартмайҙар үҙҙәре, һәр табынды баян-йыр моңона күмәләр...

Әҙме-күпме ваҡыттан һуң  ауыл халҡы  ярҙамында йәш ғаилә өр-яңы йорт һалып керҙе. Аҙбар-ҡураны хужа тәртиптә тотто, ә хужабикә өйҙөң эсен ялтлатып  ипкә килтерҙе. Оҙаҡламай ғаиләлә тәүге сабый донъяға килде. Атай-инәй ҡыҙсыҡҡа, гөл-сәскәләй яҙмыш теләгәндәй, Лилиә тип исем ҡуштылар.  Ғаилә башлығы заводта эшләүен дауам итте, ауылға, элеккеләй, ял көндәрендә генә ҡайтып йөрөнө. Ә Рәмзиә еңгә ауылда ҡалды.  Бер ҡайтҡанында Вәли ағай кәзә һатып алды.

-Бик яҡшы булды әле, ҡыҙыбыҙға малҡайҙың һөтөкәйе бик  тә

файҙалы булыр, - тип ихлас  ҡыуанды еңгәбеҙ.

Төҫкә-башҡа нәҡ атаһына оҡшаған бәләкәс Лилиәне наҙлап ҡына тәрбиәләне ул. Йортон да гел таҙа тотто. Үҙе лә гел ыҫпай йөрөнө. Вәли ағай эштә саҡта беҙҙе – күрше-тирәләге бер нисә ҡыҙҙы  саҡырып алыр булды.

-Ағайығыҙ юҡта күңелһеҙерәк бит, дәрестәрегеҙҙе әҙерләгәс, кереп йөрөгөҙ, зинһар, - тип үтенер ине.

Ә беҙҙең иһә ҡыуаныстан баштар  түбәгә тейә яҙа  – яратҡан еңгәбеҙ янында булыу шундай рәхәт!

Алсаҡ йылмайып, “әйҙүкләп” ҡаршы ала  ул беҙҙе.

-Ниндәй билдәләр алдығыҙ? – тип ҡыҙыҡһына һала.

Яҡшы билдәләребеҙ  өсөн маҡтауын йәлләмәй.  Ҡоймаҡ ҡойоп ебәрә, беҙҙе тәмле сәй менән һыйлай. Таҡмаҡҡа тартым йыр башлай ҙа, тыпырлатып   бейеп тә  ала.

Баҫ, ҡыҙым, Әпипә,

Һин баҫмаһаң, мин баҫам.

Һинең баҫҡан эҙҙәреңә,

Мин дә килтереп баҫам.

Ял кистәре йәш ир менән ҡатын, кейенешеп-төҙәнешеп,  ҡултыҡлашып,  тағы  ҡунаҡҡа китә. Беҙ  аулаҡта алмаш-тилмәш бала ҡарап ҡалабыҙ. Лилиәне уйнатабыҙ, ашатабыҙ, йоҡларға һалабыҙ ҙа, алдан һөйләшелгәнсә, ишекте бикләп, асҡысты бүрәнә ярығына ҡыҫтырып, таралышабыҙ.

Лилиә аяғына баҫып атлап йөрөй башлағас та, ғаиләлә тағы бер ҡыҙ  бала тыуҙы. Уныһы хәс инәһенә оҡшағайны.  Сабыйға Ғәлиә тип исем бирҙеләр. Рәмзиә еңгәнең мәшәҡәттәре артты, әлбиттә. Әммә ул һис үҙгәрмәне – элеккеләй, гел йылмайып йөрөнө. Өй эсе бөхтә, тәмле ризығы өҙөлмәй, ҡыҙҙары ҡараулы.  Ә ялдарын – ҡунаҡ артынан ҡунаҡ.

Тағы бер йылдан Вәли ағай менән Рәмзиә еңгәнең тағы бер ҡыҙы донъяға килде.  Өсөнсө ҡыҙҙарын Зилиә  тип атанылар.Ә беҙ, ауылдағы һигеҙ йыллыҡ мәктәп ябылыу сәбәпле, ун ике саҡырым алыҫлыҡтағы  ҙурыраҡ  ауылда уҡый  башланыҡ. Аҙна буйы интернатта йәшәнек,   ауылға ял көндәрендә генә ҡайтып йөрөнөк. Аҙна һуҙымында атай-инәйҙәребеҙҙе, бәләкәй туғандарыбыҙҙы  һағынып өлгөрәбеҙ, шуға ла  ялдарын тышҡа һирәгерәк сығабыҙ. Бүтәндәр ҡайғыһы юҡ. Шулай ҙа ҡышҡы каникул мәлендә бер көн  Әлфирә    Рәмзиә еңгәгә кереп сығырға  тәҡдим итте.

-Бәлки, ниндәйҙер ярҙамыбыҙ кәрәктер, - тине  ул етди ҡиәфәтменән.

Киттек. Ҡапҡаны асып ебәргәс тә, өй алдындағы  аунап ятҡан   ялғаш, биҙрәләр күҙгә ташланды. Ябыҡ һарайҙа яман итеп   кәзә баҡырыуы аптыратты. Ишеге эстән бикле өйҙә балалар илашыуы ишетелә. Шаҡыйбыҙ. Бер кем дә асмай. Таш нигеҙгә үрелеп менеп, тәҙрәнән ҡарайбыҙ.  Урындыҡта Вәли ағай менән Рәмзиә еңгә йоҡлап яталар. Ата-инәһен уятырға тырышҡан төҫлө,  уларҙың йә береһенә, йә икенсеһенә ҡағыла-һуғыла,  эргәләрендә Лилиә йөрөй. Ғәлиә иҙәндә тумалай. Зилиә бәләкәй карауатта аунай. Күргәнебеҙгә шаҡ ҡатып, ҡайтып китәбеҙ.

-Бер табындан да баш тартмағас, шулай була инде, - ти инәйем. – Элекке көн үрге оста туйҙа булғайнылар.   Вәли хәҙер заводта эшләмәй, бер кемгә лә бер ҡайҙа ла ҡабаланаһы түгел,  “байрамды” үҙҙәре өйҙә   дауам итергә булғандарҙыр...

Мин был һүҙҙәрҙең айышына төшөнөп етмәйем.  Тәҙрә аша күргән хәл-ваҡиғаларҙы йәнә  күҙ алдынан үткәреп, береһенән-береһе бәләкәйерәк ҡыҙҙарҙы йәлләп, оҙаҡ ҡына йоҡлай алмайынса ятам.

Бер нисә көндән һуң Рәмзиә еңгәне урамда осраттыҡ. Ул, ҡулына ҙур булмаған тоҡсай тотоп, кибеттән ҡайтып килә ине. Әлфирә менән беҙ уйнарға сыҡҡанбыҙ.  Йырсы киленде танырлыҡ  түгел – нишләптер уның төҫ-ҡиәфәте үҙгәреп киткәндәй, өҫ кейеме лә  таушалыңҡыраған  һымаҡ, кәйефе лә алама шикелле.  Өҫтәүенә, ул беҙгә һалмыш кеүек тә тойолдо – унан араҡы еҫе килә ине.  Беҙҙе күргәс, ҡыйынһынҡырағандай булды.

-Тамам арыным, алйыным бит мин, ҡыҙҙар, - тип зарлана башланы ул. Артабан, татарсалап: -  Эй  Вәлисе, эй баласы, эй кәжәсе,  бөтөнләй  ялҡыттылар инде  мине, - тип өҫтәне лә, ҡулын һелтәп, юлын дауам итте.

Йәйге каникулға ҡайтҡас,  Рәмзиә еңгәнең тағы бер ҡыҙ табыуын, сабыйҡайға  Вилиә тип исем ҡушыуҙарын белдек. 

Вәли ағай тағы ҡалаға китеп барған, элекке эшенә урынлашҡан икән. Уға заводтың дөйөм ятағында бүлмә биргәндәр. Ауылға онотҡанда бер генә  ҡайтып әйләнә, тиҙәр.  Әлфирә менән икебеҙ тағы  хәл белешергә, кәрәк икән – әҙме-күпме ярҙамлашырға тигән ниәт менән Рәмзиә еңгәгә йүнәлдек. Был юлы ул, сайҡала-сайҡала, ишекте үҙе асты. Үҙе бысраҡ  иҫке күлдәктә, сәс-башы нәҡ   бумала төҫлө.  Күңел болғатырлыҡ  һаҫыҡ еҫ бөркөлгән өй эсе  күптән йыйыштырылмаған, һауыт-һаба ла, иҙән дә байтаҡ ваҡыт йыуылмаған.  Ҡыҙсыҡтарҙың икеһе  - бәләкәстәре генә инәһе эргәһендә. Улар ҙа һис тәрбиә күрмәгән -  астар, яланғастар.

-Өлкән балаларығыҙ ҡайҙа һуң? – тип һорайбыҙ.

Еңгәбеҙ асыуланғандай итә.

-Унда сезнең ни эшегез бар? – тип йәмһеҙ итеп ҡысҡырып уҡ

ебәрә. - Байларда алар!

Йырсы килендең шишмә сылтырауын хәтерләткән тауышы ҡайҙа булған? Ниңә ул шулай ҡарлығып һөйләшә? Ә байҙары кемдәр? Лилиә менән Зилиә ниңә сит кешеләрҙә?

Һорауҙарыбыҙ күп, әммә өндәшмәйбеҙ, шаңҡып ҡалғаныбыҙҙы еңгәгә белдермәҫкә тырышабыҙ.

-Килгәс, бер әҙ генә ҡыҙҙарҙы ҡарап тороғоҙ әле, мин тиҙ генә

кибеткә икмәккә барып киләйем,  - ти ҙә, еңгәбеҙ  ашығып-ашығып сығып та китә.

Әлфирә, биҙрәгә һыу тултырып, ҡулына сепрәк алып, иҙән йыуа башлай. Мин һауыт-һаба менән булышам. Өй эсен тәртипкә килтерҙек. Еңгәбеҙ ниңәлер оҙаҡлай. Әллә кибет ябыҡмы? Әллә унда сиратмы?  Бәләкәстәр асыҡтылар, илаша башланылар.  Әлфирә тиҙ генә ҡайтып  үҙҙәренән бутҡа, һөт алып килде, ҡыҙсыҡтарҙы ашатып алдыҡ. Тамаҡтары туйғас, улар йоҡлап та китте. Ә еңгәбеҙ һаман юҡ. Көн кискә ауышҡас ҡына ҡайтып керҙе ул. Кәйефе шәп.

-Үҙебеҙҙең кибеттәге икмәк тәмһеҙ, шуға Красныйға барып

ҡайттым әле, - тип һөйләнә-һөйләнә,  өҫтәлгә ҡабарып торған өс буханка икмәк һәм яртылаш бушатылған бер шешә  сығарып ҡуйҙы.

Красный тигәне ауылыбыҙҙың  түбәнге осондағы күлдең икенсе ярында урынлашҡан бәләкәй урыҫ ауылы,  Октябрьский кеүек үк, күрше өлкәгә ҡарай. Ысынлап та, унда кибет байыраҡ, ә унда һатылған ризыҡ тәмлерәк кеүек.  Һәр хәлдә, ауыл халҡы Красный кибетенә йыш бара. Ҡыш, боҙ ятҡас, унда  күл аша ғына йөрөлә, ни бары ике саҡрым юл үтелә.  Ә бүтән миҙгелдәрҙә күлде уратҡан юлдан барыла, йәғни оҙағыраҡ йөрөргә тура килә. Шул урау юлдан йөрөп ҡайтҡан еңгәбеҙ, сынаяҡҡа ҡойоп, араҡыһының тағы  бер өлөшөн һемереп тә ҡуйҙы. Шунан яйлап ҡына һүҙ башланы.

-Вәли бит мине гел ҡулында ғына күтәреп йөрөтөргә вәғәҙә биргәйне, - тип илаулап һөйләй ул. – Үҙе иһә мине бөтөнләйгә ташлап китте, ҡалалағы йәш сағында  дуҫлашып йөрөгән мәрйә ҡыҙының фатирына кереп йәшәй ул хәҙер. Өлкән ҡыҙҙарҙы юл аша йәшәгән балаһыҙ апаһы менән еҙнәһенә бирҙе, минең фекеремде һорашып та торманы.  Ҡыҙыҡайҙарымды бер кемгә лә бирмәйем тип,  Вәлигә ҡаршы килеп ҡарағайным, үҙемде йыға һуҡты...

Вәли ағайҙың апаһы менән еҙнәһен белмәгән кеше юҡтыр. Ғәшиә апай өйҙә генә ултыра, Мырҙабай ағай алтын приискыһында эшләй.  Улар тураһында  “байҙар” тип әйтерлек тә шул:  йорт-ҡаралдылары башҡаларҙыҡынан  бик  ныҡ айырылып тора -   өй эсе матур  итеп йыһазландырылған, иҙәндәренә йомшаҡ  келәмдәр түшәлгән, өйҙәренең   тышы   шыма   таҡталар менән көпләтелгән, хатта йәшел төҫкә буялған да! Уларҙың ихаталары ла ауылда берәү -  таҡталар түшәлгән!  Ә ныҡлы итеп төҙөлгән аҙбар-ҡуралары туп-тулы мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт! Уларҙың хатта аттары ла бар!  Ҡапҡа төптәрендә быҙау ҙурлығындағы ҡап-ҡара  эт ырылдап ята. Тик балалары ғына юҡ.  Бәлки шуғалыр ҙа, улар күрше-тирә менән аралашыусан түгелдәр – кешегә лә йөрөмәйҙәр, үҙҙәренә лә саҡырып бармайҙар. Шулай ҙа, ауылда тәүгеләрҙән булып телевизор һатып алғас, Мырҙабай ағай уны, экранын урамға ҡаратып, асылмалы тәҙрә төбөнә  ҡуйҙы ла,  бала-сағаға кино күрһәтте. Байҙарҙың баҡса буйына теҙелешеп “Ну погоди!” мультфильмын  да ҡараныҡ,  Иосиф Кобзондың концертын да тыңланыҡ. Ифрат күңелле булып ҡалғайны!

-Ҙур ҡыҙҙарым ҡул аҫтына керә башлағайны шул, - тип шыңшыны йырсы килен. – Лилиәм ҡашығаяҡты йүп-йүһен итеп йыуа, иҙән һеперә белә, Зилиәм һеңлеләрен албырғата ала. Байҙар мине бөтөнләй әҙәмгә һанамай. Ҡыҙҙарымды күрәйем тип барһам, ҡапҡаларын да асмайҙар, бикләнеп йәшәйҙәр...

Бер нисә айҙан һуң “байҙар” ҡустыларының кескәй ҡыҙҙарын да үҙҙәренә алған тигән хәбәр таралды. Рәмзиә еңгә йортонда бер яңғыҙы тороп ҡалды.  Ҡайҙа инде уны, элеккеләй, ҡунаҡҡа саҡырыу! Күптәр уның менән  урамда туҡталып һөйләшеп торорға ла теләмәй башланы. Йырсы килен үҙ-үҙенә йомолғандан-йомолдо.

Йылдар үтте. Мәктәпте тамамлап, беҙ ҙә төрлөбөҙ төрлө тарафтарға таралыштыҡ. Әлфирә Татарстандың Яр Саллы ҡалаһындағы ниндәйҙер техникумға уҡырға керҙе. Мин  Өфөлә БДУ студенты булып киттем.  Ауылға каникул ваҡыттарында ғына ҡайтабыҙ. Һирәк-һаяҡ, Рәмзиә еңгәне лә осраштырабыҙ. Ул беҙҙе әллә ысынлап та күрмәй, әллә күрмәмешкә һалыша, биргән һаулығыбыҙҙы ла алмайынса, үҙ алдына нимәлер мөңгөрләп,  юлында була. Ә юлы, ғәҙәттә,  үрге яҡтағы кибет йә Красный ауылы.  Яҙҙан көҙгә тиклем таушалып бөткән һоро итәк, Вәли ағайҙан ҡалған ҡара пинжәк,  төҫө ниндәй икәнлеген дә айырып булмаған йоҡа шәл, резина итек кейеп йөрөй. Ҡыштарын ҡалала йәшәгәнендә һатып алған  иҫкереп бөткән көрән пәлтәһен өҫтөнән төшөрмәй.  Торғаны бер ҡарасҡы инде! Уны күреп ҡалһалар,  бала-саға сырылдашып ҡасып киткән була. “Пәрей ул!” тип ҡысҡырышалар.  Кибеткә барып ҡайтҡас,  йырсы килен тағы бер нисә көнгә өйөндә бикләнә. Бер кем дә кереп йөрөмәгәс,  ҡасандыр гөл-сәскәгә күмелеп ултырған ихатаһын сүп үләне баҫып киткән.   Ҡасандыр балҡып ултырған йортоноң  тамам ҡото ҡасҡан.

-Бик йәл инде ул килен, - тип һөйләй Мәрйәм апай. – Йәш бит әле. Ең һыҙғанып донъя көтөү урынына, эт шапҡыһы булып, кеше  көлдөрөп  йөрөй...  Хәйер, был хәлгә тарыуына ул үҙе генә ғәйепле түгел бит. Нисәмә тапҡыр табындарҙа уны: “Беҙҙе әҙәмгә һанаһаң, эс исмаһам бер рүмкә”, тип көсләп һыйлағандарына шаһит булғаным бар. Баштараҡ ҡаршы тороп маташты йәш килен.  Бер тапҡыр башҡаларҙан йәшереп кенә рүмкәһен тәҙрә төбөндәге гөл һауытына түкте. Быны   күреп ҡалған хужабикә оло яу ҡуптарҙы: “Ниңә улай беҙҙән көлгән булаһың? Баҡса емеше түгел бит ул, аҡса емеше! Аҡса эшләүе еңелме әллә!” – тип һөйләнде лә һөйләнде. “Эреләнеп ултырма, килен, алдыңдағын аша, эс!” – тип башҡа ҡунаҡтар ҙа  хужабикәгә ҡушылды. Һындырҙылар Рәмзиәне.   Хәҙер ул зәм-зәм һыуынан башҡа йәшәй ҙә алмай.  Тәүҙә кәзәһен һатты, яйлап ҡына өй эсендәге әйбер-ҡараны, ҡалала эшләп йөрөгәнендә  һатып алған арыуыраҡ кейем-һалымын “осорҙо”. Нишләйһең, бер араҡы һаҙлығына батһа, әҙәм балаһына, айырыуса ҡатын-ҡыҙға, унан сығыуы еңел түгел шул. Бик ҙур ихтыяр көсөнә эйә  булғандар ғына  булдыра ала быны.

-“Ир ҡаҡҡанды мир ҡаға” тигәндәре тап шул була инде, - тип әхирәтенә ҡушыла инәйем. -  Вәли баянын ҡосаҡлап ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа йөрөүҙән башҡаны белмәне – балалары ишәйгәс,  ҡатынына  бөтөнләй ярҙамлашманы, бер ҡасан да  уны яҡламаны, ҡурсаламаны. Йыш ҡына бәргеләп тә ала торғайны. Әллә ҡайҙағы   әллә кемдәрҙең ғәзиз ҡыҙғынаһы харап ҡына булды...

Вәли ағай менән Рәмзиә еңгәнең  бөтә ҡыҙҙары ла сип-сибәр булып үҫеп килә. Өлкәндәре ҡалала училищела уҡый. Эшсәндәр, намыҫсандар. Әммә  әллә ғәрләнеүҙәренән, әллә төңөлөүҙәренән, инәкәйҙәре яғына әйләнеп тә ҡарамайҙар.  Ул бисара урамда күреп ҡалғанда  булһа ла сабыйҙарына һүҙ ҡушып ҡарай.  Ҡайҙа ул – тыңлап та тормайҙар , аҙымдарын тиҙләтеп,  әбей-бабайҙарының ихатаһына инеп йәшеренәләр.

Йылдар буйы  аңҡы-тиңке йөрөгән Рәмзиә еңгә бер заман зым-зыя юғалды ла ҡуйҙы.  Яҙ еткәс кенә  кемдер һуңғы  тапҡыр “ҡарасҡының” ҡыш  күл аша Красный   яғына китеп барыуын күргәнлеген һөйләгән. Күптән инде бөтөнләй ҡәҙерһеҙгә әйләнгән ҡатынды эҙләп мәшәҡәтләнеүсе   лә табылмаған.  Бер кем дә бахырҙың кәүҙәһенә лә, кейеменә лә юлыҡмаған.

Тәүҙәрәк йырсы килендең юғалыуы хаҡында  имеш-мимеш хәбәр күп булды.  Берәүҙәр: 

-Быйыл бүреләр күп булды бит, шулар ашап ҡына  киткәндәрҙер инде, - тип фаразланы.

Икенселәр:

-Красныйҙан биш-алты саҡрымдағы Ленинский ауылында бер әҙәм  күпләп шәшке аҫырай икән,  мәйетен шул  табып алғандыр ҙа, алып ҡайтып, мәңге ас йәнлектәренә ашатҡандыр, - тип фекер йөрөттө.

Өсөнсөләр иһә:

-Бахмурҙан башы ҡаңғырып, алйып китеп барғанында абайламаҫтан  балыҡсылар ҡаҙыған ҡойоларҙың береһенә төшөп китеп, һыуға батҡандыр, күл төбөндә яталыр,  - тигән һығымта яһаны.

Әҙме-күпме ваҡыт уҙғас, Рәмзиә еңгәнең ташландыҡ хәлдәге буш өйөн күршеһе Мәхмүт емереп ташланы һәм уның урынына, ситтә йәшәгән улдарының береһенә  булыр тип,  ике ҡатлы йорт һалып ҡуйҙы.

...Йәмле йәйҙә ауылыбыҙға сағыу биҙәк булып килеп кергән йырсы килен шулай  ҡышҡы һыуыҡта юҡ булды. Исмаһам ҡәбере лә ҡалманы... 

Хөриә Абыҙгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: