Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
5 Февраль 2019, 19:07

Атайлы бала – арҡалы бала

Ата тәрбиәһеме әллә әсәнеке яҡшыраҡ? Бәхәсләшер алдынан сайттағы мәҡәләне уҡып сығығыҙ!

Һуңғы ваҡытта атай тәрбиәһе тураһында йыш ишетергә тура килә. Район мәктәптәрендә атайҙар советтары булдырылыуы ла быға асыҡ дәлил. Элегерәк ата-әсәләр йыйылышында күберәк әсәйҙәр ултырһа, хәҙер атайҙар ҙа килә башланы. Был беҙҙе, тәрбиәселәрҙе, һөйөндөрә генә.


Беҙҙең мәктәпкәсә белем биреү төркөмө лә атайҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Атайҙар конференцияһы, “Ҡоштарға ашхана” конкурсы, “Атай һәм ул” шашка ярышы һәм башҡа бик күп төрлө саралар үтеп тора. Атанан күргән – уҡ юнған, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Атайҙар малайҙар һәм ҡыҙҙар менән бергә сюжетлы уйындар өсөн төрлө атрибуттар эшләп ҡыуандылар.


Ун биш баланы (үҙенең улдары менән – 17!) тәрбиәгә алыусы Ғәзиз Шәйәхмәтов баҡсабыҙҙа үткән “Бала – күңел көҙгөһө” сараһында ҡатнашты. Ғәзиз Илгиз улы бала тәрбиәләүҙә атайҙың роле тураһында үҙенең ғаиләһе миҫалында һөйләп үтте. Уның улы Радион матур йырҙары менән кисәбеҙгә йәм өҫтәне. Китапхана мөдире Дилбәр Маннапова матбуғат биттәренә байҡау яһаны. Ул гәзиттә сыҡҡан “Ҡыш бабайға хат” хикәйәһенә туҡталып үтте. Наҙгөл Фазуллинаның атай тураһында һөйләгән шиғыры ла уйланырға мәжбүр итте. Ошондай матур кисәлә үҙебеҙҙең төбәктәге төрбиәселәрҙең ҡатнашыуы сараға бермә-бер мәртәбә өҫтәне. “Бала – күңел көҙгөһө” тип аталған был кисәбеҙ моңло йырҙар менән тамамланды.

Рима Фазуллина,

Юлыҡ мәктәпкәсә белем биреү төркөмө тәрбиәсеһе.

Читайте нас: