Баймаҡта дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ялған водитель таныҡлығы булған ҡатынды туҡтатҡан Көн элгәре юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары 43 йәшлек ҡатын идара иткән «Лада Гранта» автомобилен туҡтата. Документтарҙы тикшергәндә ҡатын идара итеү хоҡуғына һәм транспорт сараһына документтар күрһәтә. Әммә дәүләт автоинспекцияһының мәғлүмәт базаһы буйынса тикшереү барышында идентификация номеры буйынса водитель таныҡлығы икенсе кешегә — 1983 йылда тыуған ир-атҡа ҡарауы асыҡлана. Ҡатын автомобиль менән идара итеүҙән ситләтелә. Уға ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.7-се статьяһы (автомобилде таныҡлыҡһыҙ идара иткән өсөн) һәм РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.37-се статьяһы (ОСАГО полисы булмауы өсөн) буйынса административ материалдар төҙөлгән. Әлеге ваҡытта РФ Енәйәт кодексының 327-се статьяһының 3-сө өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә (алдан уҡ ялған документ ҡулланыу).
Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы иҫкә төшөрә: ялған водитель таныҡлығын ҡулланыу — ул административ түгел, ә енәйәт эше. Уның өсөн иркенән мәхрүм итеүгә тиклем яуаплылыҡ ҡаралған. "Права"ны законлы юл менән генә алығыҙ!