-15 °С
Болотло
Яуһын, әйҙә!
"Бесән барам, тиһәм тағын яуа,
Әллә мине генә көткән инде".
"Емеш йыям тиһәм, тағын яуа,
Башҡа көндәр әллә бөткән инде".
"Һыу төшөрбөҙ тиһәм, һаман яуа,
Йәй булмаҫ ул, йылы кейем ҡайҙа?"
"Яуһаң яуып,тиҙ генә кит әйҙә".
"Яумай торһаң була инде, ҡуй ҙа"...
Ҡырҡ төрлө зар ишетеп ямғыр яуа,
Ерем, тәбиғәтем, мин ҡыуанам!
Матур ҡулсатырым алып ҡулыма,
Тамсыларҙың йырын тыңлап барам.
Ямғыр оркестры... Берсә яйлай,
Бер шәбәйә... Кем дирижер?
Хатта йырсы ҡоштар тынып ҡалған,
Күңелдәрҙә генә урғыла йыр.
Яуһын әйҙә, тием, эй ҡыуанам!
Ҡолас йәйеп йүгерәм, мин диуана...
Изге теләктәрем генә ҡабул булһын,
Ямғыр менән еремә бәрәкәт яуһын!
Сәлимә Усманова, Буранбай ауылы.