Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2025, 11:10

Йәшендән һаҡланыу ҡағиҙәләре

Дуҫтар, көтмәгәндә йәшенле ямғырҙар яуыуы ихтимал. Һеҙ йәшендән һаҡланыу ҡағиҙәләрен беләһегеҙме? Әйҙәгеҙ, иҫкә төшөрөп үтәйек: - Йәшен ваҡытында яңғыҙ ағас аҫтына бармағыҙ. Быға тиклем йәшен һуҡҡан ағасҡа ла ҡабат атыуы мөмкин икәнен онотмағыҙ. -  Телефонығыҙҙы һүндерегеҙ. дауамы сайтта:

- Йәшен ваҡытында асыҡ һауала булһағыҙ, соҡор, йырын, йә ҡыуаҡлыҡ кеүек ышығыраҡ урынға ҡасығыҙ. Бик булмаһа, сүкәйеп ултырығыҙ йә ҡоро ҡомло урынға ятығыҙ.
- Тимерҙән эшләнгән ҡоролмалар, йәки палатка эсенә инеү, ҡулығыҙға тотҡан ҡармаҡ, ҡулсатыр кеүек оҙон метал әйберҙәр йәшендән атылыу хәүефен арттыра. Хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәгеҙ.

- Йәшен ваҡытында яңғыҙ ағас аҫтына бармағыҙ. Быға тиклем йәшен һуҡҡан ағасҡа ла ҡабат атыуы мөмкин икәнен онотмағыҙ.

-  Телефонығыҙҙы һүндерегеҙ.

-  Йортта икәнһегеҙ: ишек-тәҙрәләрҙе, мөрйәне, вентиляция торбаларын ябығыҙ, барлыҡ электр приборҙарын, телефондарҙы һүндерегеҙ һәм йәшен үткәндән һуң да ярты сәғәт тоҡандырмағыҙ.

-  Йәшен ваҡытында юлда – атта, велосипедта, мотоциклда барһағыҙ, туҡталырға кәңәш ителә. Машинала булһағыҙ,тиҙлеген кәметегеҙ йә туҡтағыҙ. Туҡталған урынығыҙ бейек ағастарҙан һәм юғары вольтлы электр линияларынан мөмкин тиклем алыҫтараҡ булһын!

Ошо ҡағиҙәләрҙе иҫтән сығармағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас