Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2025, 09:50

Фельдшерҙар тәбрикләнде.

Байрам сараһының тәүге өлөшөндә ошо өлкәлә яҡшы эшләүселәр тәбрикләнде. Сосновканан Гөлдәр Ғөбәйҙуллина,Һаҡмарҙан Илсиә Урмантаева, Ишмөхәмәттән Гөлназ Әхмәтова, Икенсе Этҡолдан Альбина Хөсәйенова,ҡаланың 5-се мәктәбе фельдшеры Алһыу Әфләтунова, үҙәк район дауахааһы фельдшерҙары Наҙгөл Хәсәнова,Екатерина Воробьева, Наталья Филлиповаға Почет грамоталары тапшырылды.

21 февральдә Рәсәйҙә фельдшер көнө билдәләнә. Ошо дата уңайынан район үҙәк дауаханаһында был изге һөнәр эйәләре өсөн байрам сараһы үтте. Унда район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов, Сибай ҡалаһы үҙәк дауаханаһының өлкән шәфҡәт туташы Марина Игошина, район үҙәк дауаханаһы етәкселеге, ҡала һәм ауыл фельдшерҙары ҡатнашты.

 «Районда 87 фельдшер халыҡ һаулығы һағында тора. Барлығы 58 фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Бөтәһе лә  заман талаптарына тура килеп, барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған. Унда үҙ эшен яратҡан, һөнәренең нескәлектәрен яҡшы белгән хеҙмәткәрҙәр эшләй. Ғөмүмән, 34 фельдшер юғары , 7-һе беренсе, берәүһе - икенсе категория белгесе», -  тине Нурзилә Уразбаева.

Байрам сараһының тәүге өлөшөндә ошо өлкәлә яҡшы эшләүселәр тәбрикләнде. Сосновканан Гөлдәр Ғөбәйҙуллина,Һаҡмарҙан Илсиә Урмантаева, Ишмөхәмәттән Гөлназ Әхмәтова, Икенсе Этҡолдан Альбина Хөсәйенова,ҡаланың 5-се мәктәбе фельдшеры Алһыу Әфләтунова, үҙәк район дауахааһы фельдшерҙары Наҙгөл Хәсәнова,Екатерина Воробьева, Наталья Филлиповаға Почет грамоталары тапшырылды.

 Алһыу Әфләтунова 2004-2008 йылдарҙа Сибай медицина коледжында белем ала. Ҡулына диплом алған йәш белгес хеҙмәт юлын балалар поликлиникаһы йүнәлеше буйынса Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында һәм Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында башлай. Әлеге ваҡытта ҡаланың 5-се мәктәбендә эшләй. «Әсәйем бронхит астмаһы сире менән яфалана. Уға ярҙам итеү теләге менән медицина юлын һайланым. Был һөнәрҙе һайлауыма үкенмәйем. Балалар менән эшләү оҡшай. Уҡыу осоронда мәктәптә, йәйге каникулдарҙа «Орленок» лагерында эшләйем. Минең хеҙмәтемде юғары баһалап, награда тапшырғандары өсөн рәхмәтлемен», - ти Алһыу Салауат ҡыҙы.

Икенсе өлөштә сара ҡунаҡтары медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәресен ҡараны. Сценарий рәүешендә күрһәтелгән тамаша аҡ халатлыларға файҙалы һәм фәһемле булды.

Халыҡ ижады үҙәге артистары Илнур Аслаев, Руслан Тимербулатов башҡарыуында  йырҙар һәм ҡурай моңдары, Булат Ҡужахмәтовтың, Замир Газиндың  баянда уйнауы, Хөрмәт Уразбаевтың моңло йыры байрамға йәм өҫтәне.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас