Район мәғариф бүлеге быйыл иғлан ителгән «Ватан һаҡсылары» һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын тантаналы шарттарҙа асты. Сарала мәктәп директорҙары, тәрбиәүи эш буйынса директор урынбаҫарҙары, Шайморатов, кадет, йәш армеец кластары ҡатнашты. Шулай уҡ махсус хәрби операция яугиры «Солтан» дың да ҡатнашыуы сараға йәм өҫтәне.
Матур йола буйынса, тантана Рәсәй һәм Башҡортостан гимнын тыңлауҙан башланды. «Саптар» өлгөлө бейеү ансамблендә шөғөлләнеүсе ҡыҙҙарҙың «Алға, Рәсәй!» исемле бейеүе, Баймаҡ күп профилле лицей-интернатының музыка уҡытыусыһы Гөлиә Муллагилдина һәм 7-се класс уҡыусыһы Гөлиә Салихованың, 4-се лицейҙың 8-се класс уҡыусыһы Искәндәр Тайбугиндың моңло йырҙары көслө алҡыштарға күмелде. Сарала бөйөк батырлыҡтар, йәнен-тәнен аямай Тыуған ил һағында тороусы яугирҙәребеҙгә, беҙгә яҡты киләсәк бүләк иткән ҡаһарман ҡартатай-олатайҙарыбыҙға дан йырланды. Мәрхүм яугирҙәр иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ та иғлан ителде.
Мәктәптәрҙә үҫеп килгән йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү йәһәтенән тематика яғынан төрлө саралар үтә, байтаҡ эштәр башҡарыла. Быйылғы йылды асыу тантанаһында 2-се мәктәптең йәш армеецтары илебеҙ һаҡсылары сафына алынды. Улар тыуған илдең патриоттары булырға ант бирҙе. «Бөгөнгө сараға саҡырыуығыҙ өсөн рәхмәт. Әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайттым. Миңлеғәли Шайморатов батальоны яугирымын. Яугир шайморатовсыларҙан әле залда ултырған шайморатовсыларға күп сәләм», - тине «Солтан» позывнойлы яугир һәм ДОСААФ рәйесе Рөстәм Нәбуллин менән йәш армеецтар сафын тулыландырған ҡыҙҙарға һәм егеттәргә значоктар таҡты.
«Ватан һаҡсылары - фронтта ҡулдарына ҡорал тотҡан яугирҙәр генә түгел, ә уларға һәр яҡлап терәк-таяныс булып, тыныс киләсәк өсөн өмөтөн һәм ышанысын өҙмәй, еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индереүсе тылда хеҙмәт итеүселәр ҙә», - тине кисәне алып барыусылар. Эйе, «Беҙ - бергә», «Күмәкләгән - яу ҡайтарған» тигән һүҙҙәрҙе һәр саҡта иҫтә тота яҡташтар. Сарала мәғариф бүлегендә директор кәңәшселәре махсус мөйөшлөк булдырҙы. Унда «Изгелек ҡумтаһы» урынлаштырылды, «Һалдатҡа хат» акцияһы, маскировкалау селтәрҙәрен үреү, ҡоро душ эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. «Изгелек ҡумтаһы»на һәр кем тиерлек көнкүреш әйберҙәре һалды, улар араһында Күсей мәктәбе коллективы әҙерләгән бензобысҡы ла бар ине.
Шулай итеп, «Ватан һаҡсылары» йылын асыуға старт бирелде. Алда - йыл дауамында тематикаға ярашлы үтәсәк бик күп саралар, төрлө акциялар, күргәҙмәләр, конкурстар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар, яугир ғаиләләренә ярҙам итеү бурысы тора.
Альбина Байегетова.