Таулыҡайҙар быйыл Рәсәйҙә иғлан ителгән "Ватан һаҡсылары" һәм Башҡортостанда иғлан ителгән "Махсус хәрби операциялағыларға һәм уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек йылы" н асты.
"Беҙ бергә" исемле сара ауыл мәҙәниәт йортонда үтте.
Уның программаһы ла бик бай булды.
Иң башта ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Уразбаев сығыш яһаны. "Һәр ваҡыт бергә һәм берҙәм булайыҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса алда эшләнәсәк эштәр, ҡуйылған маҡсаттар бик күп. Һеҙҙең ярҙам менән бергәләп атҡарып сығырбыҙ тип ышанам ",- тине ул сығышында.
Беҙҙең ауылдан да бар тыуған ил тыныслығы тип көрәшкән яугирҙәр - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Ауыл халҡы күңелдәре менән улар менән. Һәр ваҡыт гуманитар ылау ебәреүгә үҙ өлөштәрен индерә улар: көнкүреш кәрәк - яраҡтары әҙерләй, тушенка - салаттар эшләй, йылы ойоҡбаштар бәйләй, сәк-сәктәр бешерә... Бынан тыш, яугирҙәрҙең ғаиләләрен дә иғтибар үҙәгенән ситкә ҡалдырмай. Даими рәүештә хәлдәрен белә, утынлата ярҙам итә, " Изгелек подпискаһы" акцияһына ҡушылып, гәзиткә яҙҙыра.
Яңыраҡ ауылдашыбыҙ шәхси эшҡыуар Камил Яхин үҙенең шәхси техникаһы менән яу яланына ылау алып барып тапшырҙы. Кисәге сарала Ҡәйүм Рәжәп улы Камил Әкрәм улына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Сараның икенсе төп өлөшө бай йөкмәткеле концерт программаһын үҙ эсенә алды.
Таулыҡайҙар үҙҙәренең йыр моңға ғашиҡ икәнен тағы ла иҫбатланы! Береһенән- береһе моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр, нәфис һүҙ тамашасылар күңеленә хуш килде. Уларҙың барыһында ла - туған ил, тыныслыҡ, батырҙар темаһы сағылды...
Концертты уҡытыусылар Ғәзиз Байегетов һәм Әлфиә Исхаҡова бик матур итеп алып барҙы. Музыкаль яҡтан мәҙәни ойоштороусы Айбулат Хәлилов биҙәне.
Бер нисә ай дауамында барған "Урам байрамдары" ның иң сағыу сығыштарын да ҡунаҡтар хөкөмөнә сығарҙы таулыҡайҙар. Мәктәп уҡыусылары ла, төрлө тармаҡта эшләүсе хеҙмәткәрҙәр ҙә, мәҙәниәт йорто янында уңышлы эшләп килгән ансамблдәр ҙә үҙҙәренең һөнәрен күрһәтте! Афариндар!
Сараның исеменә ярашлы, һәр саҡ әлегеләй бергә, берҙәм булығыҙ! " Берҙәмлектә - көс!" , " Күмәкләгән яу ҡайтарған" ын онотмайыҡ!
Саранан моңланып, рухланып, илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын, егеттәрҙең тыуған яҡтарға иҫән - һау әйләнеп ҡайтыуҙарын, 2025 йылдың ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай булыуын теләп таралышты таулыҡайҙар.
#АйыҡАуыл2024
#АйыҡАуылТаулыҡай
#ТрезвоеСело2024
#ТрезвоеСелоБаймакскийРайонВерхнетавлыкаево
#АйыҡАуылБаймаҡРайоныТаулыҡайАуылы2024
#Ҡоролтай
#ВсемирныйКурултайБашкир