Арслан Дәүләтбаев, Ярат ауылынан, Башҡорт дәүләт медицина университетының “Педиатрия” факультетының 1-се курс студенты, 2001 йылда тыуған:
- “Йылан”дар алдына ҡуйған маҡсатына ынтылыусан, тырыштар. Ниндәйҙер эшкә тотонор алдынан уны алдан уйлап, фекерләп, тамамлап та ҡуялар.
Бөгөн уҡып та, Өфө ҡалаһындағы “Ашығыс ярҙам” үҙәк подстанцияһында фельдшер булып эшләп тә йөрөйөм. Был – заман талабы. Шуға күрә лә бөгөнгө бөтә маҡсатым, пландарым уҡыу менән бәйле. Иң мөһиме – иң ауыры тип һаналған 1-се курсты имен-һау тамамлау.
Ҡыш бабайға әле булһа ла ышанам. Уның юҡ икәнен белһәм дә, күңелем мөғжизәгә ынтыла. Бәхетле бала саҡ бүләк иткәндәре өсөн ата-әсәйемә рәхмәтлемен.
Яңы йылды һәр ваҡыт өйҙә, ата-әсәйемдәр менән ҡаршы алабыҙ. Уҡып, эшләп йөрөһәм дә, быйыл да Яңы йыл графигы ялға тура килә. Был үҙе үк мөғжизә түгелме ни?