-15 °С
Болотло
Фәхирә Абайҙуллина, Ниғәмәт ауылы, 1929 йылда тыуған:
- “Йылан”дар ул - тәртип, таҙалыҡ яратҡан, уңған, егәрле халыҡ. Йөрәгендә уларҙың бары изгелек, ике йөҙлөлөктө яратмай.
Яңы йыл бөтәбеҙ ҙә ҙур түҙемһеҙлек менән көткән Еңеү көнөн килтерһен! Һәр кемгә һаулыҡ, ғаилә именлеге, оҙон ғүмер теләйем, йорт-ил тыныс булһын.
Ҡыш бабайға ғүмер буйы ышанманым. Үҙ көсөмә таянып көн иттем.
Яңы йылды йыл да ғаиләм, балаларым, күршеләрем менән ҡаршы алабыҙ. Шыршы биҙәгәндә теләктәремде әйтеп, уйынсыҡтар элергә яратам.