Йылытҡыс янғын сәбәпсеһе булмаһын өсөн уны дөрөҫ ҡулланырға кәрәк. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында иҫкә төшөрә.
Ҡоролманы ҡулланыу буйынса күрһәтмәләр менән ентекләп танышығыҙ.
Розеткаларҙың һәм йылытҡыстың төҙөклөгөн тикшерегеҙ: ҡабыҙғанда осҡон булмауын, деталдәрҙең урынында булыуын тикшерегеҙ.
Заводта етештерелгән ҡоролмаларҙы ғына ҡулланығыҙ. Ҡулдан эшләнгән йылытҡыстар файҙаланырға ярамай.
Йылытҡысты төнгөлөккә һәм ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Йылытҡысҡа дымлы ҡулығыҙ менән ҡағылмағыҙ һәм уның өҫтөндә кер киптермәгеҙ.
Балаларҙы уға яҡын ебәрмәгеҙ.
Ҡорамалды хәүефһеҙ урынға, шаршауҙарҙан һәм мебелдән алыҫыраҡ урынлаштырығыҙ.
Йылытҡысты даими рәүештә саңдан таҙартып тороғоҙ – уның янып китеүе ихтимал.
Кабель оҙайтыусы ҡорамалдар ҡулланмағыҙ.
Мөмкин булһа, йылытҡыс аҫтына утҡа сыҙамлы әйбер ҡуйығыҙ.
Янғындан һаҡланыу өсөн янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамал ҡулланығыҙ: