Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь , 16:45

Таныш булмаған һандарҙы алмағыҙ!

Баймаҡ районында йәшәүсе ҡатынды ла инвестициялау юлы менән табыш алыу һылтауы менән алдағандар. 1966 йылғы ҡатындың 20 июлдән 17 авгусҡа тиклемге осорҙа енәйәтселәр 905 мең 667 һум аҡса урлай (шуның 874207 һумы – кредит, 31460 һумы – һаҡлап барған аҡсаһы). Ул Вконтакте социаль селтәрендә инвестициялар буйынса реклама күрә, сайтҡа һылтанма буйынса күсә, теркәлә. Уға шылтыратып, инвестиция юлы менән аҡса эшләргә тәҡдим итәләр. Ҡатын 10 мең һум аҡса һала. Уға был аҡсанан 2149 һум күләмендә процент сығаралар һәм был аҡса уның банк картаһына күсә. Ҡатын еңел генә аҡса эшләп булыуына ышанып, төрлө банктарҙан кредит ала һәм мобиль ҡушымта ярҙамында билдәһеҙ иҫәптәргә аҡса күсерә. Артабан...

Таныш булмаған һандарҙы алмағыҙ!
Таныш булмаған һандарҙы алмағыҙ!

Хоҡуҡ һаҡлау

Мутлашыусылар халыҡты бурысҡа батыра

Бөгөн интернет аша ҡылынған енәйәттәр тураһында ишетмәгән кеше юҡтыр. Шуға ҡарамаҫтан бындай енәйәттәр Башҡортостан Республикаһында көн һайын башҡарыла һәм мутлашыусылар тәүлек һайын кешеләрҙең миллионлаған аҡсаны урлай. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе М. Забелин раҫлаған план буйынса 16 сентябрҙән 22 сентябргә тиклем “Стоп, мутлашыусы!” кибер хәүефһеҙлек аҙналығы үтте.

2024 йылдың 8 айы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан республикаһында мәғлүмәт – телекоммуникация технологияларын файҙаланып 9 меңдән ашыу урлау теркәлгән: дөйөм енәйәт йүнәлешендәге мутлашыуҙар - 6758, банк карталарынан урлауҙар – 2373. Кешеләрҙең урлатҡан аҡсаһы бөгөнгә 2,6 миллиард һумдан ашыуҙы тәшкил итә.

Быйыл 8 айҙа Баймаҡ эске эштәр бүлеге ошондай йүнәлештәге 90 енәйәтте теркәне. Уҙған йылдың һигеҙ айы менән сағыштырғанда енәйәттәр һаны 67 процентҡа артҡан. Мутлашыусылар баймаҡтарҙың 13 миллион һумдан ашыу аҡсаһын урлаған.

Көн һайын республика халҡын мутлашыусылар тиҫтәләрсә миллион һумға алдай. Быға ҡорбандың белем кимәле лә, социаль статусы ла йоғонто яһамай. Алдашыу схемалары һәм ысулдары күп. Әммә улар күберәк 2 ысул менән башҡарыла. Беренсеһе - мобиль йәки интернет элемтә каналдары аша, икенсеһе - төрлө тауарҙар һатып алғанда. Мутлашыусылар SIP-телефонияны ҡулланып, банк учреждениеһының колл-үҙәге эшен имитациялап һәм банк хеҙмәткәрҙәренең терминдарын ҡулланып, аҡсаны “хәүефһеҙ” иҫәпкә күсерергә йәки банк картаһы реквизиттарын һәм банк операцияларын раҫлау кодтарын хәбәр итергә тәҡдим итә. Шул рәүешле кешеләрҙең иҫәптәге аҡсаһын урлайҙар, кредит алдырталар.

Һуңғы ваҡытта шулай уҡ халыҡты полиция, ФСБ һәм прокуратура хеҙмәткәре булып алдайҙар.Һеҙ аҡсағыҙҙы сит ил иҫәбенә күсергәнһегеҙ! Бының өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған!”- тип алдап, кешенән икенсе иҫәп астырып, бар аҡсаһын шунда күсертәләр. Хатта йыш ҡына заем аҡсаһын да “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерергә күндерәләр.

Мутлашыусылар кешеләргә шылтыратып, кәрәҙле элемтә хеҙмәткәре булып таныштырып, сим-картаның “иҫкереүен”, уның ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтырға кәрәклеген һәм отошло тарифҡа күсергә тәҡдим итә. һеҙ риза булһағыҙ, смс-хәбәр менән килгән кодты ғына әйтергә кәрәк. Ысынында был код мутлашыусыларға һеҙҙең “Дәүләт хеҙмәттәре” сайтындағы йәки банк ҡушымтаһындағы аккаунтығыҙға үтеп инеп, аҡсағыҙҙы урлау өсөн кәрәк. Мәҫәлән, быйыл Баймаҡ уҡытыусыһына билдәһеҙ ир шылтырата. Ул үҙен МТС вәкиле тип таныштыра һәм сим-картаның ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу кәрәклеге тураһында хәбәр итә. Уҡытыусының телефонына пароль килә, һәм ул мутлашыусыларға был һандарҙы әйтә.

Инвестициялар ярҙамында табыш алырға теләүселәр зыян күреүселәрҙең айырым категорияһын тәшкил итә. Был өлкәлә белем етмәү, бер ай эсендә миллионлаған аҡса эшләп була тигән ышаныу кешеләрҙе алданырға мәжбүр итә. Аферистар халыҡты үҙ селтәрҙәренә йәлеп итеп, юғары килем вәғәҙәләп, артабан бәләкәй суммаларҙы кире ҡайтарып ышандырып ала. Мутлыҡ сайттарының дизайны билдәле сауҙа майҙансыҡтарына оҡшаш, сайт реаль биржаларҙы имитациялай һәм реаль сауҙа мәғлүмәттәрен күрһәтә ала. Шул уҡ ваҡытта зыян күреүсе күп аҡсаны һалып, табышын алырға теләгәндән һуң, финанс “эксперттары” юҡҡа сыға, аҡса кире ҡайтарылмай. Баймаҡ районында йәшәүсе ҡатынды ла инвестициялау юлы менән табыш алыу һылтауы менән алдағандар. 1966 йылғы ҡатындың 20 июлдән 17 авгусҡа тиклемге осорҙа енәйәтселәр 905 мең 667 һум аҡса урлай (шуның 874207 һумы – кредит, 31460 һумы – һаҡлап барған аҡсаһы). Ул Вконтакте социаль селтәрендә инвестициялар буйынса реклама күрә, сайтҡа һылтанма буйынса күсә, теркәлә. Уға шылтыратып, инвестиция юлы менән аҡса эшләргә тәҡдим итәләр. Ҡатын 10 мең һум аҡса һала. Уға был аҡсанан 2149 һум күләмендә процент сығаралар һәм был аҡса уның банк картаһына күсә. Ҡатын еңел генә аҡса эшләп булыуына ышанып, төрлө банктарҙан кредит ала һәм мобиль ҡушымта ярҙамында билдәһеҙ иҫәптәргә аҡса күсерә.

Мутлашыусылар үҙҙәренең енәйәтенә үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе курьер итеп йәлеп итә. “Һеҙҙең туғанығыҙ аварияғға эләкте” мутлашыу схемаһы буйынса ғына 27 курьер тотолдо. Шуларҙың 15-е – мәктәптә, 12-һе – колледжда уҡый. Быйыл “Телеграм” мессенджеры аша билдәһеҙ кешеләр 17 йәшлек уҡыусыны наркотик таратыуға йәлеп итә. Ул наркотиктарҙы Баймаҡ районында йәшерен урындарға урынлаштырырға тейеш була. Үҫмер хөкөм ителде. Полиция хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ 15 йәшлек үҫмерҙе ҡулға алды. Ул да “Телеграм” мессенджеры аша бәйләнешкә инеп, билдәһеҙ кешеләрҙән наркотиктар ала һәм уларҙы йәшерен урынға урынлаштырып, һатырға маташа.

90 процентҡа интернет-мутлашыусыларҙан һаҡланыуҙың бер нисә ябай ҡағиҙәһе бар.

- билдәһеҙ кешеләрҙең, хатта банк, полиция, ФСБ, прокуратура йәки Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре күрһәтмәһе буйынса бер ҡасан да финанс операцияларын башҡармаҫҡа!

- иғлан буйынса инвестициялауҙа ҡатнашмағыҙ!

- бер кемгә лә банк картаһы мәғлүмәттәрен, смс-хәбәрҙәрҙән кодтарҙы хәбәр итмәге!

- аҡса һораған танышыңа тәүҙә шылтырат!

- интернет селтәрендәге билдәһеҙ һылтанмалар буйынса үтмәҫкә!

Илдәге һәм донъялағы сәйәси хәлгә бәйле, мутлашыусылар аҡса урлауҙан тыш, граждандарҙы енәйәт эшләргә лә мәжбүр итә. Мәҫәлән, былтыр май айында билдәһеҙ кешеләр, Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәре булып, “WhatsApp” мессенджеры ярҙамында Өфө ҡалаһында йәшәүсенең аҡсаһын урлағандар. Артабан улар, урланған аҡсаны кире ҡайтарыу һылтауы менән, был кешене банк бүлексәһен яндырырға күндерә. Был факт буйынса был гражданға енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Үкенескә ҡаршы, был берҙән-бер осраҡ түгел. Урланған аҡсаны кире ҡайтарырға вәғәҙә иткән енәйәтселәрҙең күрһәтмәһе буйынса, беҙҙең граждандар, законһыҙ ғәмәлдәр ҡылып, уларға ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эштәре буйынса ғәйепләнеүсе булып китә. Бындай ҡара эштәр йышыраҡ хәрби комиссариаттарға ҡаршы эшләнә, бурыслы кешеләргә уларҙы яндырырға ҡушалар йәки башҡа төрлө зыян килтерергә. Һөҙөмтәлә, граждандар кредит бурыстарына ла бата, енәйәт эштәре буйынса ғәйепләнеүсе булып, тормоштары ла боҙола.

Хөрмәтле Баймаҡ районы халҡы! Һаҡ һәм абай булығыҙ! Ололарҙы, балаларҙы ла мутлашыусыларҙан һаҡланырға өйрәтегеҙ!

Эдуард Әһлиуллин, баймаҡ эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары, эске эштәр хеҙмәте подполковнигы.

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: