Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август , 11:04

“Башҡорт аты” халыҡ-ара фестиваленең программаһы

6+ Баймаҡ районы һәм ҡалаһы халҡы, ҡунаҡтары иғтибарына!“Башҡорт аты” фестивале үтәсәк Граф буйындағы майҙанға Баймаҡтан түбәндәге маршрут буйынса автобустар йөрөйәсәк: “Ирәндек” кинотеатры – 3-сө мәктәп – Үҙәк почта - “Трактовая” туҡталышы – Коммунистик урамы – Һабантуй. Автобустар 30 минут интервал менән иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 7-гә тиклем йөрөйәсәк. Фестивалдең программаһы менән сайтҡа үтеп танышырға мөмкин. 

“Башҡорт аты” халыҡ-ара фестиваленең программаһы
“Башҡорт аты” халыҡ-ара фестиваленең программаһы

15 август, кесаҙна

10.00– 14.00 - “Евразияның абориген тоҡомло аттарын һаҡлау һәм үрсетеү” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы
10.00– 16.00 – үҫмерҙәр араһында греплинг спорт көрәше буйынса республика турниры
11.00 – 18.00 - “Ирәндек мәргәне”, “Ауҙарыш”, Ылаҡ уйыны” ат спорты ярыштары
14.00 – 15.30 - “Башҡорт атын ат спортында файҙаланыу: үҫештең яңы этабы” семинары
15.00 – 17.00 – билбау көрәше буйынса республика турниры
15.30 – 17.00 - “Ирәндек” туристик-рекреацион кластеры проектын булдырыу буйынса план һәм Урал аръяғында туризмды үҫтереүгә арналған осрашыу
17.00 – 19.00 - “Таш күтәреү”, “Суҡмар ырғытыу”, “Таяҡ тартыу” уйындары буйынса таныштырыу өлөшө
17.0 – 19.00 - “Ҡара ҡаплан” боронғо төрки халыҡтары уйыны буйынса гран-при.

16 август, йома

10.00 – 17.00 – башҡорт тоҡомло аттарҙың иң яҡшы вәкилдәре күргәҙмәһе; “Оҫталар ҡалаһы” халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнеүселәр күргәҙмәһе; ат кәрәк-яраҡтары эшләүсе оҫталар, тимерселәр, сергетыш яһаусылар конкурсы; Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының интерактив спектакле; башҡорт халҡының традицион уйындары интерактив майҙансығы; “Башҡорт аты – Башҡортостан Республикаһының тарихында ышаныслы һәм тоғро дуҫ” исемле ижади эштәр буйынса республика конкурсы күргәҙмәһе; ҡымыҙ фестивале; ауыл хужалығы тауарҙары күргәҙмә-йәрминкәһе.
10.00 – 16.00 – көрәш, мас-рестлинг, самбо, канат тартыу буйынса республика турнирҙары; “Бәйге” күпалышы буйынса халыҡ-ара уйындар; уҡ атыу буйынса “Ирәндек мәргәне” турниры; “Урал батыр” турниры; ГТО нормативтарын үтәү.
9.30 – 12.00 – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Башҡорт аты үҫешендә йәмәғәт инициативалары” исемле “түңәрәк өҫтәл”е
12.00 – 12.20 – фестивалде асыу тантанаһы
12.20 – 12.30 – аттар парады
12.30 – 13.00 - “Арғымаҡ ат юл башлар, аҡыллы ир ил башлар” театрлаштырылған тамашаһы. Джигитовка.
“Зәйнетдин” шоу-проекты, “Бишбармаҡ” оркестры, “Рафстайл” барабансылары сығышы. Шулай уҡ Раян Хөснуллин, Тиммур Рамазанов, Зилиә Бәхтиева, “Сибай”, “Уралтау” (Учалы), “Ирәндек” (Баймаҡ) бейеү ансамблдәре, “Саптар” (Баймаҡ), “Эдельвейс” (сибай) хореографик коллективтары сығыш яһай.
12.55 – 13.30 – концерт программаһы
12.30 – 17.30 - “Тай-тулаҡ”, “Ауҙарыш”, “Ылаҡ” уйындарының финалы. Ат спорты ярыштары.
13.30 – 15.00 – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф. Хәбировтың республиканың фермер хужалыҡтары етәкселәре һәм вәкилдәре, йылҡысылары менән осрашыуы
15.50 – 16.30 - “Башҡорт тоҡомоноң иң яҡшы вәкиле” республика конкурсы
17.15 – 17.35 – Татьяна Носованың “Ирекле аттар” шоуы
17.50 – 18.20 – Волгоград өлкәһенән ат клубы ағзаларының “Джигитовка” шоуы
18.20 – 22.00 – Тимур Рамазанов, Зилиә Бәхтиева, Наил Башстайл, Рөстәм Ғиззәтуллин, Зәйнетдин, “Бишбармаҡ” оркестры ҡатналығында киске концерт.

Баймаҡ районы һәм ҡалаһы халҡы, ҡунаҡтары иғтибарына!
“Башҡорт аты” фестивале үтәсәк Граф буйындағы майҙанға Баймаҡтан түбәндәге маршрут буйынса автобустар йөрөйәсәк: “Ирәндек” кинотеатры – 3-сө мәктәп – Үҙәк почта - “Трактовая” туҡталышы – Коммунистик урамы – Һабантуй. Автобустар 30 минут интервал менән иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 7-гә тиклем йөрөйәсәк.

6+

 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: